Өфөнөң Оло Мәскәү урамындағы 15-се йортта  йәшәүселәр эргәләге  гараждарҙы күсереүҙе һорай 22.08.2016

Был хаҡта улар баш  ҡаланың Киров районы хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иткән. Тиҙҙән яңы уҡыу йылы башлана, балалар мәктәпкә гараждар эргәһенән үтеп йөрөргә мәжбүр буласаҡ.  Ата-әсәләр былтырғы хәл ҡабатланыуынан хәүефләнә.  

Өфөнөң Оло Мәскәү урамындағы 15-се йортҡа  күсенгән Ринат Хафиз улы  эргәләге майҙандың ташландыҡ хәлдә булыуына аптырай. Сүплек  яҙҙан бирле өйөлөп ята, уға берәҙәк эттәр эйәләшә, ә  алдан вәғәҙә итеү буйынса был ерҙә  күптән юл һалынырға тейеш булған.  
Күп ҡатлы заманса йортта йәшәүселәр үҙен утрауҙағы кеүек хис итә, сөнки ҡайҙалыр барыу өсөн  хәүефле участок аша үтергә тура килә.  
Гараждарҙы күсереүҙе һорап  халыҡ  Киров районы хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иткән, әммә әлегә мәсьәлә шул килеш ҡала. Гараждар араһына асарбаҡтар эйәләшкән, ти улар.  
Тиҙҙән яңы уҡыу йылы башлана. Ата-әсәләр балаларын мәктәпкә етәкләп алып барырға һәм ҡаршы алырға мәжбүр. Улар былтыр Виолетта Токарчук менән булған хәлдең ҡабатланыуынан хәүефләнә. Уҡыусы ҡыҙҙың ғүмере енәйәтсе тарафынан гараждар араһында ҡыйылғандан һуң ҡалала  был тимер ҡоролмаларҙы күпләп һүтеү ойошторолдо.
Ленара Хөснөтдинова, Оло Мәскәү урамындағы 15-се йортта йәшәүсе:  
«Ҡыҙым 11-се мәктәптә  икенсе синыфта уҡый. Белем усағы эргәлә генә булһа ла  уны алып барып, һуңынан ҡайтарып ҡуям. Шуның өсөн ярты көн генә эшләй торған  урында эшләргә тура килә. Ошо ерҙән йөрөү ҡурҡыныс».
Ә гараж хужаларының был мәсьәләгә үҙ ҡарашы.
Владимир Борисов: «Минең гаражым бар. Унда ҡыш көнө машинамды ҡуям, бында тотмаһам, йорт эргәһендә ҡамасаулар ине. Ошонда  республикаға сит яҡтан килгән кешеләр күп йөрөй, уларға бала-саға эйәргәнен күргәнем бар. Гараждарҙы күсерәһе урынға, тап шул кешеләрҙе тотоп хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырырға кәрәк. Улар  ни менән шөғөлләнгәнен кем белә».
Баш ҡаланың Киров районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әлеге урында  ике йөҙҙән ашыу гараж булған, йорт һалыр алдынан уларҙың күбеһе  һүтелгән.    
Антон Тарасов, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығының  коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү буйынса урынбаҫары: «Унда әле илле гараж бар. Беҙ уларҙы  йыл аҙағынаса  һүтергә иҫәп тотабыҙ. Артабан инде йорт һалыусы компания менән берлектә парковка урындары  яһау күҙаллана. Киров районында йыл дауамында ике йөҙгә яҡын гараж күсерелде, тағы етмешкә яҡыны бар».
Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, машина һәм йәйәүлеләр өсөн дә юл буласаҡ, урам яҡтыртыласаҡ, тик бөтәһе лә, эргәләге  төҙөлөш тамамланғас...  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика