Өфөнөң Октябрь проспектындағы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр аптырашта 22.10.2014

Улар йылылыҡ өсөн юғары хаҡ буйынса иҫәпләшә,  подвалда урынлаштырылған йылылыҡты үлсәү ҡоролмаһы юҡҡа сыҡҡан, ә һуңғы айҙа  коммуналь түләүҙәр өсөн квитанцияларҙағы сумма бөтөнләй башҡа һыймай.

Бер-береһенә терәлеп тигәндәй яҡын ғына торған ике йортта ни өсөн йылылыҡ өсөн түләү төрлөсә. Октябрь проспектындағы 146, кәсер 2-се йортта йәшәүсе  оло йәштәгеләрҙе был һорау күптән борсой.  Күршеләге хрущевкала 23 һум менән түләһәләр, кәсер икенсе йортта был хаҡ  36 һум тип билдәләнгән.  Коммуналь түләүҙәргә хаҡтарҙың күтәрелеүе ҡалала  йәшәүселәрҙе йыш ҡына ошолай йыйылышырға мәжбүр итә. Сираттағы квитанцияларҙағы ҙур сумма  аптырашта ҡалдырған.  
Вячеслав Десяткин торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы  төп башҡа ултырта, коммуналь хеҙмәт өсөн артыҡ аҡса түләп, пенсионерҙар  кемделер аҫырап ята тигән һығымтаға килә, һәм  төрлө инстанцияларға хаттар ебәрә. Тик һөҙөмтәһеҙ. Подъездағы  биҙәкләү эштәре лә ирҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Коммуналь тарифтар буйынса  раҫланған норматив һәм ҡулланған күләм айырмаһы йортта йәшәүселәргә  кире ҡайтарылмаған. Артыҡ түләнгән 189  мең һум  суммаға ҡайтанан иҫәп-хисап яһалмауына ла зарлана улар.
Йыл башында ғына йылылыҡты үлсәү приборына фатир хужаларынан икешәр мең самаһы аҡса йыйылған.  Ҡиммәтле ҡоролманан елдәр иҫкән, ә  йылылыҡ өсөн хаҡ юғары кимәлдә ҡала килә. Йорт подвалында урынлаштырылған приборҙың урынында булмауы былай ҙа ярһыған халыҡтың асыуын ҡабарта. Тимәк, улар йылылыҡ өсөн дөйөм хаҡ менән иҫәпләшә буламы…
Бына шулай. Йылылыҡты үлсәү приборы тикшереү өсөн һүтеп алынған. Быныһы асыҡланды. Йортта йәшәүселәр ни өсөн йылылыҡ өсөн юғары хаҡ менән иҫәпләшеүен аңламай. Уға ла яуап бар. Был тариф йорттоң нисә ҡатлы булыуынан алып билдәләнә. Улар 4 ҡатлы йортта йәшәй, шуға йылылыҡ өсөн 13 һумға артығыраҡ түләргә тура килә, ә күрше йорт биш ҡатлы. Бары шул ғына. Ә артыҡ түләнгән сумманы ҡайтарыу сират буйынса башҡарыла,  әкеренләп халыҡҡа тейешле аҡсаһын ҡайтарабыҙ тинеләр,торлаҡ хужалығы идарарлығында.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика