Өфөнөң Октябрь проспектындағы 44-cе йорттоң юғары ҡатындағы фатирҙарҙың береһен һыу баҫҡан 03.11.2015

Авария сентябрҙә була. Йылылыҡ селтәрҙәре һынау үткәргән ваҡытта йорттоң ҡыйығында урынлаштырылған һыу багы шартлай. Һөҙөмтәлә фатирҙа  йылдар буйы эшләгән ремонт юҡҡа сыға, торлаҡ  хужалары ғәҙеллек юллап суд юлын тапарға мәжбүр.

Ул көндө түшәмдән аҡҡан һыу тотош фатирҙы баҫа.  Коммуналь аварияны Гүзәлиә ханым  видеоға төшөрөп ала. Фатирҙағы бөтә йыһаз,  көнкүреш техникаһы һыу аҫтында ҡала. Иң ҡыҙғанысы -   яңы ғына эшләнгән ремонттың  бер- нисә минут эсендә эҙе лә ҡалмай. Аҫылмалы түшәм бүҫелеп төшә, стеналар буйлап шабырлап  эҫе һыу аға.  
Яҡуповтар 14 сентябрҙән бирле Совет районының торлаҡ хужалыҡ идаралығы һәм башҡа инстанциялар юлын тапай. Эксперттар саҡырып зыян күләмен дә билдәләгәндәр. Ул  242 мең һум тип баһаланған. Фатирға авария ваҡытында аҡҡан һелтеле һыу еҫен бөтөрөрлөк тә түгел. Хужабикә  бәшмәк баҫа башлаған стеналарҙы махсус ҡатнашма менән  эшкәртеп ҡарай  тик был да һөҙөмтәһеҙ. Ғаилә башлығы икенсе төркөм инвалиды. Уның  был еҫтәргә аллергияһы киҫкенләшкән. Балалрға ла бындай шартарҙа йәшәү ауырға төшә.  
Бөтә бәлә - ҡыйыҡта урынлаштырылған һыу  багының сафтан сығыуында. Алтмыш йыл тирәһе хеҙмәт иткән ҡоролма  йылылыҡ селтәрҙәре йәмғиәте һынауҙар үткәргәндә саманан тыш юғары баҫымды күтәрә алмай шартлаған. Уны яңыһына алыштырып киткәндәр. Тик йорт ҡыйығында  авария ваҡытында һыуланған әйберҙәрҙ тоҡсайҙарға нисек тултырылған, улар шул килеш дымланып ята бирә.
Андрей Яматин, «Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәре» йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәткәре: «Беҙ  йылылыҡ селтәрҙәрендә һынау үткәрер алдынан Совет районының торлаҡ хужалығы идаралығына телефонограмма ебәрҙек. Йортҡа  илтә торған торбаның кранын улар ябып ҡуйырға тейеш булған».
Фәһим Сәлимйәнов, Өфөнөң Совет районы торлаҡ хужалығы идаралығы директоры урынбаҫары: «Улай түгел. Йылылыҡ селтәрҙәре һынау барышында 16 атмосфералы һыу ебәргән. Беҙ йорттарға 8 атмосфера ғына бирәбеҙ. Беҙгә Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәренән һынау үткәреүҙәре тураһында   телефонограмма килде. Улар үҙҙәренең  камераһындағы торбаны япмаған. Был аварияла улар ғәйепле».
Кем кранды ябырға тейеш булған һәм фатирға килгән 242 мең һум зыянды ниндәй ойошма ҡаплаясаҡ- суд асыҡлар.  Нисек кенә булһа ла ҡарар ғәҙел булыр тип ышанғы килә. Әйтергә кәрәк, Өфөлә  быйыл йылылыҡ селтәрҙәрендә һынау үткәргәндә зыян күреүселәр бер Яҡуповтар ғына түгел. Тиҫтәләгән  йортта ошоға оҡшаш авариялар теркәлгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика