Өфөнөң Октябрь проспектында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн байрам ойошторҙо

Өфөнөң Октябрь проспектында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн  байрам ойошторҙо 02.09.2014

Сара белем көнөнә арналды.  

Октябрь проспектында урынлашҡан йортта янғындан зыян күреүселәр йәшәй. Әлеге ваҡытта бында 200-ҙән ашыу ғаилә иҫәпләнә. Фатир ғаиләләргә ярты йылға бирелә. Йорт - ғәҙәттән тыш хәлдәр фондының мөлкәте. Бындай фонд Рәсәйҙә берәү генә.
Ихата кескәйҙәрҙең шат тауыштарынан, йыр-бейеүҙәрҙән гөрләп тора. Улар өсөн төрлө уйындар, викториналар уҙғарыла. Байрамға балаларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре лә  сыҡҡан. Был ихатала күңелле саралар йыш уҙғарыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күреүселәрҙең тормошон байрамдар яҡтыртып ебәрә, тигән фекерҙә ойоштороусылар.
Кескәйҙәргә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләне. Бынан тыш, ҡотҡарыусылар янғын ваҡытында  бишенсе ҡаттан зыян күреүселәрҙе сығарыу ысулдарын күрһәтте. Кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа күренеште ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Байрам баш ҡалала йыл һайын тиерлек уҙғарыла. Киләсәктә уны республика кимәленә сығарырға теләйбеҙ. Ауыр хәлдә ҡалыусыларға әхлаҡи ярҙам да мөһим, ти ойоштороусылар.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика