Өфөнән Самира Зиннәтова балалар церебраль фалижы менән яфалана

Өфөнән Самира Зиннәтова балалар церебраль фалижы менән яфалана 06.03.2015

Дүрт йәшлек ҡыҙға  баш ҡаланың физкультура-һауыҡтырыу  үҙәгендә дауалау курсы үтер өсөн 186 мең һум аҡса талап ителә. Матди яҡтан ҡытлыҡ кисергән ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә.

Самираға һәр хәрәкәт ауыр бирелә. Ҡыҙға бер йәшендә церебраль фалиж диагнозын ҡуялар. Шуға ҡарамаҫтан ул әле бик теремек. Дүрт йәшендә үҙенең хис-тойғоларын ым-ишара аша еткерә ала, бармаҡтары менән күрһәтә. Иң мөһиме, йылмайыуы йөҙөнән китмәй. Шулай уҡ кескәй ҡыҙ төҫтәрҙе, геометрик фигураларҙы, хайуандарҙы айыра, үҫтереүсе уйындарҙы ярата. Дуҫтары ла күп.
Ҡыҙ өс йыл рәттән Екатеринбург, Һамар, Ҡазан ҡалаларында дауалау курстары үткән. Һөҙөмтә бар. Былтыр Өфөлә физкультура-һауыҡтырыу үҙәге асылғас, ғаилә баш ҡалала ғына дауаланырға тигән һығымтаға килә.  Шишмә табиптары ла көслө, ти улар.
Оксана Зиннәтова, Самираның әсәһе: «Әлегә ҡыҙыбыҙға һауыҡтырыу физкультураһы ,массаж, энә сәнсеп дауалау талап ителә. Кемдең балаһы церебраль фалиж менән яфалана, уларға, ғөмүмән, йылына бер нисә тапҡыр реабилитация үҙәктәренә йөрөргә кәрәк. Туҡтарға ярамай, сөнки быға тиклем ирешкән һөҙөмтә юҡҡа сығыуы ихтимал».
Кескәй ҡыҙ дауалау курстарын даими үтергә тейеш. Был, әлбиттә, ҡиммәтҡә төшә. Самираны аяҡҡа баҫтырыу хыялы менән йәшәгән ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж.  Битараф булмағандар бының өсөн 3116 һандарына инглиз хәрефтәре менән «дари 50» һүҙҙәрен яҙып ебәрә ала. Улар араһында мотлаҡ ара ҡалдырылырға тейеш. Бер смс хәбәрҙең хаҡы - ни бары 50 һум. Шулай уҡ ғаилә менән бәйләнешкә инергә мөмкин. Бының өсөн телефонда киләһе һандарҙы йыйырға кәрәк: 89649545755.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика