Өфөнөң мосолмандар зыяратында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваға мемориал асылды 15.08.2014

Тантанала башҡорт эстрадаһы легендаһының туғандары, яҡташтары, сәхнәләш дуҫтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Күренекле йырсының исемен бөгөн Шишмә районындағы урам йөрөтә, тиҙҙән уның иҫтәлегенә һәм ижадына бағышланған музей ойоштороу ҙа күҙаллана.

Фәриҙә Ҡудашеваның йырҙары бала саҡҡа, йәшлеккә алып ҡайта, тип хәтерләй йыр-моң һөйөүселәр.  Сөнки тап уның аһәңле тауышы  иртә һайын радиоалғыстарҙа яңғырай, һәр береһенең йортона, тормошона, йөрәгенә үтеп инә. Ижадташ дуҫтары уны ябай, шул уҡ ваҡытта талапсан, һәр сығышҡа яуаплы әҙерләнгән юғары талантлы сәнғәт әһеле булараҡ иҫкә ала.  
Мемориалды эшләтеү һәм шәхестең ҡәберлегенә урынлаштырыуҙы  Фәриҙә Йәһүт ҡыҙының  ейәнсәре  Славяна Вахитова үҙ өҫтөнә алған. Шишмә районы хакимиәте лә күренекле  яҡташтарының  исемен мәңгеләштереү эшенә үҙ өлөшөн индергән. Рәсәйҙә лә киң билдәле сәнғәт әһеле яҙмаларының алтын фондын булдырыу өҫтөндә эшләй.
Фәриҙә Ҡудашева 1920-се йылда Шишмә районының Келәш ауылында тыуған. Сәхнәне үҙ иткән моң эйәһе Башҡорт драма театрында,  Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ул РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы кеүек мәртәбәле исемдәргә лайыҡ була. Ярты быуатҡа яҡын ғүмерен сәнғәткә бағышлай.
Йәшлек, хыял символы, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары идеалына тиңләй Фәриҙә Ҡудашеваны замандаштары.  Махсус белеме булмаһа ла, бәрхәт тауышы менән меңдәрсә тамашасыларын арбай ул. Үҙе китһә лә, уның йырҙары бөгөн халыҡ күңелендә йәшәй.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика