Өфөнөң Летчиктар урамындағы 2-се йорттан өлөшләтә фатир һатып алыусылар төҙөлөш эштәренең һүлпән барыуына зарлана

Өфөнөң  Летчиктар урамындағы 2-се йорттан өлөшләтә фатир һатып алыусылар төҙөлөш эштәренең һүлпән барыуына зарлана 15.02.2016

Ә  объект 2014 йылда уҡ тапшырылырға тейеш булған.  

Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы көҙҙән бирле яңы алған фатирының стеналарын ағартыу менән мәшғүл. Бының өсөн уға һыуҙы  урамдан ташырға тура килә. Инженер селтәрҙәре әле сафҡа инмәгән. Яңыраҡ  оло йәштәге ханымдың бөтә эше юҡҡа сыға яҙған. Юғары  ҡаттағы йылылыҡ торбаһы  ярылып стена буйлап һыу ағып төшкән.
Йортто яуаплылығы сикләнгән "Строитель"  ойошмаһы  һала. Унан өлөшләтә фатир һатып алыусыларҙы төҙөлөш эштәренең һүлпән барыуы борсой.
Яңы урында фатирлы булам тип үҙ торлаҡтарын һатыусыларға ҡуртымға алған фатирҙарҙа йәшәргә тура килә. Түҙемлектәре бөткән халыҡ артабан ғәҙеллек юлларға теләй.
Миллион һумдар түләгән кешеләр фатирһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалмаҫмы? Көрсөккә һылтанып ойошмалар  үҙен банкрот тип иғлан иткән осраҡтар күҙәтелгәндә, был да хәүефле. Беҙ төҙөүсе ойошмаға шылтыраттыҡ.
Өлөшләтә торлаҡ алыусыларға һатыу-һатып алыу килешеүе  дәүләт теркәү ойошмаһында теркәлмәгән икән. Был үҙе үк  хоҡуҡ боҙоу булып һанала.  
Тимәк, тәү сиратта,  Затон биҫтәһендәге Летчиктар урамындағы 2-се йорттан фатир алыусыларға ойошма менән өҫтәмә килешеү төҙөргә кәрәк. Документтарҙы дәүләт теркәүе палатаһында рәсмиләштерергә һәм объект ваҡытында тапшырылмағаны өсөн төҙөлөш компанияһы компенсация түләргә тейеш.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку