Өфөнөң Ленин районынына ҡараған 8-cе март ҡасабаһында һыу бынан 30 йыл самаһы элек үткәрелгән 04.09.2015

Ләкин торбаларҙан аҡҡан һыу эсергә яраҡһыҙ, унда ҙур миҡдарҙа аҡбур барлығы асыҡланған. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлегәнә зыян килтерә, кер йыуыу машиналары ҡорамалдарын эшлектән сығара. Күптән түгел ҡасабала яңынан һыу үткәргес һуҙғандар, әммә сифатлы һыу бөтә йорттарға индерелмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм инвалидтар йәшәгән йорттарға бындай  бәхеттән мәхрүм ҡалған.

Йәштәр һәм агрономдар урамында йәшәүселәр өсөн йыраҡтағы колонканан һыу ташыу ғәҙәти хәл. Мәүлиҙә Әбдиева эсәр һыу бөткән һайын этмә арбаһына  баллондарын һалып колонкаға һыуға йөрөй. Ул үҙе лә, уның тормош иптәше лә дөйөм ауырыу  буйынса икенсе төркөм инвалидтары. Стена аша күршеһенә һыу үткән, ә улар исемлектә юҡ. Хәллерәктәр еңел машиналарҙа һыу ташыуға ҡулайлашҡан. Әммә ауыр һауыттарҙы ташыу мәшәҡәтле лә, уңайһыҙ ҙа. 8 март ҡасабаһының йәштәр урамы халҡы яҡшы,таҙа һыу  йорттарына индерелһен өсөн көрәш юлында.  
Ғәлимйән Әхтәрйән улы Ғибәҙуллинға тиҙҙән туҡһан биш.... Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 12 элек һуҡырая.Беренсе төркөм инвалиды ҡартлыҡ көнөндә  балалары тәрбиәһендә. Ҡасабалағы йәштәр урамында тәүге нигеҙ ташы ҡороусы  Ғәлимйән Әхтәрйән улы 3  йыл дауамында 1-cе Белорусия фронты ғәскәрҙәрендә һуғыша, еңеүгә тос индерә, ике тапҡыр үлемесле яралана.Һуғыштан һуң Затон урман хужалығында эшләй. Дөйөм хеҙмәт стажы-47 йыл. Хеҙмәт ветераны,беренсе төркөм инвалиды , атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре   йәшәгән йорт эргәһенә һыу үткәргес килеп еткән, әммә  исемлектә юҡлыҡҡа  һылтанып, һыу үткәрмәгәндәр.Еңеүҙҙең етмеш йыллығында ветеран һыу үткәрә торған исемлектән төшөп ҡалған.
Беренсе төркөм инвалиды һәм һуғыш ветеранының ҡыҙы Зәбилә Зиннәтуллина:" Сәйгә тигән һыу беҙгә бик ҡиммәткә төшә", ти. Иптәше һыу килтергәнсе һуңғы тамсыларынан сәй ҡуя. Был документтарҙа һыу мәсьәләһе буйынса һорауҙары һәм ғаризалары.
Ленин районының 8 -cе март ҡасабаһында  эсәр һыу  үткәреүҙән ризаһыҙҙар  тиҫтәнән ашыу ғаилә. Улар  бер-береһен бүлдерә-бүлдерә ғәҙелһеҙлеккә ҡарата мөнәсәбәтен белдерҙе.
Татьяна Панкратова, эсәр һыуһыҙ интегеүсе: «Минең ирем инвалид. Һыуҙы күрше йортҡа үкәрҙеләр, торбалар беҙҙең йорт эргәһенән үтте, әммә беҙгә һыу индермәнеләр, сөнки беҙ исемлектә юҡ тинеләр».
Өфө һыу каналынан  Ленин районының 8-се март ҡасабаһында эсәр һыу менән килеп тыуған мәсьәләгә  түбәндәгесә асыҡлыҡ индерҙеләр:
Мария Шерешина, «Өфө һыу каналы» предприятиеһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш менеджеры: «Агрономдар һәм йәштәр урамында һыу үткәргес проекты ӨФө һыу каналы муниципаль предрприятиеһы тарафынан  төҙөлдө. Иемлекте ҡала хакимиәтенең капиталь төҙөлөш идаралығына  район хакимиәте күрһәтә. Шул исемлеккә ингән йорттарға беренсе нәүбәттә һыу үткәрелде. Әлеге ваҡытта беҙ капиталь төҙөлөш идаралығы заказы менән икенсе сираттағы һыу үткәргес проектын эшләйбеҙ. Был проект һыу үткәрелмәй ҡалған йорттар исемлеге буйынса төҙөләсәк. Проект эштәрен тамамлау  2015-се йылдың декабренә ҡаралған. 8-се март ҡасабаһының шәхси сважиналарынан  аҡҡан һыуҙың сифатына килгәндә, улар  өсөн беҙҙең ойошма яуап бирмәй».  
8-cе март ҡасабаһында йәшәүселәргә  урам комитетына һыу үткәрелмәй ҡалған йорттарҙың тулы исемлеген төҙөп, уларҙа йәшәүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын, инвалидтарын да иҫәпкә алып,  район хакимиәтенең һыу үткәреү буйынса комиссияһына барып етеүен   ныҡлы контролдә тоторға ғына ҡала.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

гость
05.09.2015 18:50:58
Я этого ветерана войны лично знаю. Ему государство бесплатную квартиру выдало. Почему там он не живёт, с удобствами? Да потому что эту квартиру его дети сдают. Очень предриимчиво!

Возврат к списку


Яндекс.Метрика