Өфөнөң Коммунистик урамы йорттарының береһендә йәшәүселәр тынғы тапмай

Өфөнөң Коммунистик урамы йорттарының береһендә йәшәүселәр  тынғы тапмай 02.11.2015

Сәбәбе туғыҙынсы ҡаттағы фатирҙа төнгә тиклем ҡунаҡ булыуҙар, иҫереп һуғышыуҙар. Эргә-тирәлә йәшәүселәр күршеләге төнгө шау-шыулы тормоштан арып бөткән.

17 октябрҙә уларҙың оятһыҙлығы саманан аша. 60-сы фатирҙың төнгө ҡунаҡтары электр сымдарын өҙөп ташлай. Һөҙөмтәлә подъездың тәҙрәләре ҡыйрала, төнө буйы кәйеф-сафа ҡороуҙан мәктәп йәшендәге балаларҙың йоҡоһо туймай. Улар тейешенсә ял итә алмағанлыҡтан мәктәпкә бармай ҡала.
Анна Фешкина, Коммунистик урамындағы 14-се йортта йәшәүсе:  «Ҡыҙыма иртәгәһенә уҡырға, беҙгә эшкә барырға кәрәклеге уларҙың ике ятып бер төшөнә лә инмәй. Стена аша төндәр буйына көслө музыка яңғырай. Уларға ыңғырашыу,шыңшыу тауыштары ла ҡушыла. Улар өсөн тормош ял һәм эш көндәренә бүленмәй. Төн етеү менән эскелек, йәнә ҡунаҡ башлана».
Тынғыһыҙ төнгө тормош алып барыусы күршеләренең ҡылығынан тынғы таба алмаусы халыҡ урындағы эске эштәр органдарына күп тапҡырҙар ғариза менән мөрөжәғәт итә. Һигеҙ йыл дауамында барған тәртипһеҙлек  ут күршеһенең дә үҙәгенә үткән.
Йортҡа урынлаштырылған видеокамареларҙа ла аяғында көскә баҫып торған төнгө ҡунаҡтар теркәлгән. Бында йәшәүселәр бер төптән уларҙың төндәр буйы эскелек һәм кәйеф-сафа ҡороп йәшәүсе күршегә килгән тип раҫлай.
Анна Фешкина, Коммунистик урамындағы 14 йортта йәшәүсе: «Лифт төнө буйы шығырлап бер туҡтауһыү йөрөп тора. Улар лом менән подъедз ишеген емерә, электр сымдарын өҙә, тәҙрәне вата».
Был йортта йәшәүселәр ғәҙеллек юллап, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғаризалар яҙған. Һигеҙ йыл буйы барған тәртипһеҙлеккә ҡасан да булһа сик ҡуйылырмы. Өҫтәүенә, насар даны сыҡҡан фатирға күрше барактан бәлиғ булмаған ҡыҙҙар ҙа йышлаған.Күрше-тирә был хәл өсөн дә борсолоу белдерә.
Күрше барактан ҡыҙҙар килә. Улар унда нимә эшләй, ни менән мәшғүл-бер кем дә асыҡлыҡ индерә алмай. Балалар менән насар хәл булмағайы.
Әммә Коммунистик урамының 14-се йортонда йәшәүселәр бирешергә уйламай. Улар бөтөһе лә ҡасан да булһа беҙҙең йортта лә тәртип һәм тыныслыҡ булыр тигән өмөт менән йәшәй һәм төрлө инстанцияларға хат менән мөрәжәғәт итә.Был ҡағыҙҙарҙағы ғаризаға бөтә күршеләре лә тиерлек үҙ имзаһын ҡуйған.
Беҙҙең ижади төркөмдөң  фатир хужаһына мөрәжәғәте яуапһыҙ ҡалды. Ярһыған ханым камара алдында аңлашыуҙан бөтөнләй.баш тартты.
Күршеләренә тыңғылыҡ бирмәгән ханым полиция участкаһында аңлатма биргән. Әммә ул яуаптан еңел генә ҡортола алмаясаҡ. Насар даны сыҡҡан ханым тарихы менән тәртип өсөн яуаплы йәмәғәт ойошмалары ла ҡыҙыҡһына.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку