Өфөнөң Киров районында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь түләүҙәр буйынса 150 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған

Өфөнөң Киров районында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь түләүҙәр буйынса 150 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған 18.08.2016

Идарасы компаниялар ҡомһоҙ фатир хужалары менән уртаҡ тел таба алмағанда, һыу-канализация системаһын сикләргә, утты һүндерергә мәжбүр. Был осраҡта фатирға инеп тороу ҙа кәрәкмәй.

Махсус ҡорамалдар ярҙамында был эш йорттоң ҡыйығынан башҡарыла. Квитанциялар буйынса түләүҙәр өс айҙан артыҡ булмаған икән, тимәк, коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҙә туҡтатыла. Шулай ҙа идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре башта бурыслылар менән килешергә тырыша. Әйтәйек, Батыр урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә ун өс фатир хужаһының миллион һумдан ашыу бирәсәге бар. Намыҫһыҙҙарҙың береһенең ике йыл дауамында түләүҙәрҙән ҡасып йөрөүе билдәле. 150 мең һумлыҡ бурыс өсөн ул бөгөн бар коммуналь уңайлыҡтарҙан да мәхрүм ителде.
Шулай ҙа күп осраҡта торлаҡ-коммуналь идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре утты һүндереү менән сикләнә. Фатир хужалары ҡараңғы тормошта ла йәшәргә риза. Бурыстарын түләргә һис тә ашыҡмайҙар. Рәфис Исҡужин үҙенең участкаһында ғына көнөнә тиҫтәгә яҡын фатирға электр энергияһын өҙә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика