Өфөнөң Киров районында Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалынды

Өфөнөң Киров районында Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалынды 22.02.2017

Тантана уның исемен йөрөткән скверҙа үтте. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сарала  Бөйөк Ватан һуғышы һәм локаль бәрелеш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Фронтовиктар һәм йәш быуын вәкилдәре яуҙа һәләк булған геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Ватанды һаҡлаусылар көнө 1918 йылда барлыҡҡа килә. Бер быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә уның атамалары бер нисә тапҡыр үҙгәрә. Ләкин әһәмиәте, төшөнсәләре шул килеш ҡала. 23 февраль илебеҙҙә Ватанын һаҡлауға йәнен-тәнен аямаҫ ысын ир-егеттәр көнө билдәләнә. Александр Матросовтың һәйкәленә сәскәләр һалыу йыл һайын байрамда ойошторолған  матур сараларҙың береһе. Ватандашыбыҙҙың ҡаһарманлығы  йәш быуынға илһөйәрлек, Ватанға тоғролоҡ өлгөһө булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика