Өфөнөң Киров районында файҙаланыуға яраҡһыҙ тип табылған 2 йорт һүтелде

Өфөнөң Киров районында файҙаланыуға яраҡһыҙ тип табылған 2 йорт һүтелде 22.07.2014

Улар Өфө-Aэропорт юлында урынлашҡан. Йорттар һүтелгәс, юлды киңәйтеү эштәре һәм йорттар урынында ҙур комплекс төҙөү планлаштырылған.  

Валентина Шабрина был йортта 15 йыл ғүмер иткән. 50-се йылдарҙа төҙөлгән барак иҫкереп, буралары серей, нигеҙе ҡойола башлаған. Тормош иптәшемдең тыуған йорто булғанға, бер аҙ йәл әлбиттә, ләкин яңы йортҡа күсеүебеҙ күпкә яҡшыраҡ, ти ул. Валентина Шабрина: «Беҙ хәҙер хаҡлы ялдағыларбыҙ. Йортта ике ғаилә йәшәй инек. Ҡыҙыбыҙға айырым йорт, ә беҙгә бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Унда, әлбиттә, күпкә уңайлыраҡ. Хәҙер баҡса һатып алырға ғына ҡалды». Дим урамында барлығы 6 йорт файҙаланыуға яраҡһыҙ тип табылғас, йорттарҙы ере менән шәхси эшҡыуар һатып ала. Ә хужаларын торлаҡ менән тәьмин итә. Иҫке йорттарҙа йәшәүсе 12 ғаилә яңы фатир алған. Артем Корнилов, проект етәксеһе: «Һәр кем үҙе теләгән урында торлаҡ алды. Кемдер йорт менән ер, ә кемдер фатир һайланы. Был урында көҙгә табан яңы бинаға нигеҙ һала башлайбыҙ». Йорттар һүтелгәс, Өфө-Аэропорт юлын киңәйтеү эштәре лә башланасаҡ. Юл Өфөлә уҙасаҡ БРИКС һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитары әҙерлек сиктәрендә төҙөкләндерелә. Оҙаҡламай был урында 4 ҡатлы ҙур бина төҙөләсәк. Унда төҙөлөш комплексы һәм офистар урынлашасаҡ. 10 мең квадрат метрлыҡ бина 2015 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку