Өфөнөң Киров районы хакимиәтендә ветерандар йәшәгән фатирҙарҙы ремонтлауға яуаплы ҡарайҙар

Өфөнөң Киров районы хакимиәтендә ветерандар йәшәгән фатирҙарҙы ремонтлауға яуаплы  ҡарайҙар 02.05.2015

Өс ветеранға ремонт юғары кимәлдә башҡарылған, алты фатирҙа ул тамамланыу адында. Ярҙам оло йәштәгеләрҙең теләге буйынса ойошторола. Кемгәлер обой йәбештерергә, икенселәргә иҙән түшәргә, өсөнсөләргә тәҙрә алыштырырға...

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әнүәр Рәхмәтулла улының тормошонда шатлыҡлы ваҡиғалар ҙа, хәсрәттәре лә етерлек була. 89 йәшлек аҡһаҡал яратҡан ҡатыны баҡыйлыҡҡа күскәс, биш йылдан ашыу ошо фатирында яңғыҙы ғына йәшәй. Балалары тиҙҙән алыҫ Себер тарафтарынан ҡайтып етергә тейеш. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы тормошондағы ыңғай үҙгәрештәргә  һөйөнөп бөтә алмай. Үҙ эшенең оҫталары ҡуйған яҡты, заманса тәҙрәләрҙән Еңеү һүҙе кеүек  яғымлы май ҡояшы балҡый.
Яҙмыш бик һирәктәрҙе генә бала-сағалы, бәхетле оҙон ғүмер менән бүләкләй. Әнүәр Рәхмәтулла улы ла бәхетле кеше. Ул  1942 йылдың феврлендә һуғышҡа алына. Июндә Калинин фронты составында алыша башлай. Пулеметсы фашистарға туҡтауһыҙ ҡурғаш ямғыры яуҙыра. Атакаларҙың береһендә үлемесле яралана. Дошман минаһы уның уң аяғын өҙөп, ғүмерлеккә ғәрип ҡалдыра. Әммә ул яҙмыш һынауҙары адында бөгөлөп төшмәй .
Протез аяҡтар менән оҙаҡ ваҡыт таҡта янында тороп математиканы  уҡыта алмай. Аяҡтары ҡанһырай. География фәнен уҡытыуға күсә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылдаштары, нәҫел тарихын өйрәнеп, китап баҫтыра. Ут-һыуҙарҙы үҙ башынан үткәргән Бөйөк Ватан һуғышы һәм мәғариф ветераны ил-йортҡа именлек,  татыулыҡ теләй.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика