Өфөнөң Киров район суды йәмәғәтселекте шаҡ ҡатырған авария сәбәпсеһе Илья Климовҡа хөкөм сығара 10.07.2014

Үткән йылдың ноябрендә, автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеүгә ҡарамаҫтан, иҫерек килеш руль артына ултырыусы Климов, Өфөнөң Киров-Цюрупа урамдары киҫелешендә юл аша сығып барыусы Марина Полтавецтың ғүмерен өҙөп, ҡаршы автобусҡа барып бәрелә. Бер аҙҙан дауаханала уның пассажиры, ҡаты йәрәхәтләнеүсе Эмиль Камалов та донъя ҡуя. Суд ултырыштары ябыҡ режимда бара, прокурор ғәйепләнеүсене 5 йыл да ун айға колонияға урынлаштырыуҙы талап итә.

Язаның йомшаҡлығы Илья Климовтың ғәйебен тулыһынса таныуы менән аңлатыла. Бынан тыш, тикшереү барышында ғәйепләнеүсенең бәлиғ булмаған балаһы булыуы асыҡлана, Илья Климов аталығын инҡар итмәй. Суд ҡарары яҡын арала билдәле буласаҡ, уның тураһында тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең алдағы сығарылышта.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика