Өфөнөң Калинин районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориал асылды

Өфөнөң  Калинин районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә  мемориал асылды 06.05.2015

Уның өсөн Базилевка ауылының Беговой һәм Прудный урамдары киҫелеше юҡҡа ғына һайланмаған. Тап ошо урындан бынан етмеш йыл элек ир-егеттәр фронтҡа оҙатылған.

Базилевка ауылында  стела төҙөү 2014 йылда башланған.  Калинин районы хакимиәте башланғысын ҡаланы төҙөкләндереү идаралығы  ла дәррәү күтәреп ала. Стеланың  эргә-тирәһен тәртипкә килтереүҙе улар башҡара. Был ауылдан Бөйөк Ватан һуғышына 150 кеше китә. 136 яугир ил азатлығы өсөн яуҙа башын һала. Ошоға тиклем Базилевкала Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә   бер генә һәйкәл дә булмаған. Стеланы асыу тантанаһы һуғыш афәтен  үҙ иңендә үткәреүселәр һәм уны кинофильмдарҙан ҡарап белеүсе йәш быуын өсөн  фәһемле һәм тулҡынландарғыс та булды.
Стела асыу уңайынан  ойошторолған тантаналы митингҡа Бөйөк Ватан һуғышы  һәм тыл ветерандары, уларҙың балалары, ейәндәре, хәрбиҙәр саҡырылды. Сараға әҙерлек барышында  һуғышта һәләк булған ауылдаштарҙың яу юлын өйрәнеп, архивтар менән ҙур эш алып барылған. Байрамға йыйылған халыҡ  яҡындарының  батырлығы хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ишетте, һуғыш осоро йырҙарын тыңлап, бейеүҙәргә тамаша ҡылды.
Алик Велиев, Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенең беренсе урынбаҫары: «Мин эшләй башлағанда утыҙ биш ветеран иҫән ине. Беҙ уларҙы йыл һайын байрамға саҡырып тәбрикләп,  рәхмәт һүҙҙәрен еткереп торҙоҡ. Бөгөн  ауылыбыҙҙа  иҫән ҡалған һуғыш ветерандары юҡ. Улар ауыр һуғыш яраларынан вафат булып бөттө. Ләкин беҙ ветерандарҙың һәр береһенең яҡты иҫтәлеген онотмайбыҙ. Халыҡ байрамдарҙа уларҙы ололап иҫкә алһын өсөн исемдәрен ошо таҡтаташта мәңгеләштерҙек».
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сара үҙ маҡсатына иреште. Митингта ҡатнашыусылар байрамдан тарихи хәтерҙе яңыртып, һалдат бутҡаһын тәмләп, яҡшы кәйеф менән таралды.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку