Өфөнөң Калинин районында Бөйөк Ватан һуғышы йылдары осоронан торлаҡ булып хеҙмәт иткән йорттар бар

Өфөнөң Калинин районында Бөйөк Ватан һуғышы йылдары осоронан торлаҡ булып хеҙмәт иткән йорттар бар 18.01.2016

Ваҡыт үтеү менән биналар төҫһөҙләнгән. Стеналарҙан штукатуркалар ҡойола. Түбәләрҙән һыу үтә. Бында йәшәүселәр айырыуса сатлама һыуыҡтарҙа интегә.

Ай һайын 4 меңдән ашыу квартплата түләйбеҙ, капиталь ремонт өсөн дә ай һайын түләп торам.
Тәнзилә Хәйруллина Нежинская урамындағы 40-сы йортта 1970-cе йылдан ғүмер итә. Бүлмәләрҙә быйыл ҡыш һыуыҡ булыуға зарлана. Ауырымаҫ өсөн  уға өй шарттарында йылы итеп кейенеп йөрөргә тура килә. Йәйгеһен ҡойма ямғырҙар мәлендә уның фатирын һыу баҫҡан. Йоҡлап ятҡан еренән өҫтөнә штукатурка төшөп ҡулбашын һындырған.
Икенсе фатир хужалары  Арыҫлановтар  бүлмәләрҙе йылытыу маҡсатында пластик тәҙрәләр ҙә ҡуйып ҡараған. Әммә файҙаһы юҡ. Ремонт эштәрен үткәргән ваҡытта йорттоң башҡа өлөштәрен менән тәҙрәне тоташтырыусы арҡа һына.  Әлеге ваҡытта Анастасия менән Рөстәм Арыҫлановтарҙың хәле  шәптән түгел. Уларҙың йәш тә дүрт айлыҡ улдары һыуыҡ фатирҙа йыш тымаулаған. Шуға ла әсәһе улын иҙәнгә төшөрмәҫкә тырыша. Тәҙрә кәрнизе емерелгәс, ғаилә ҡуртымға фатир алырға мәжбүр булған.
Рөстәм Арыҫланов, фатир хужаһы: «Был йорттар халыҡҡа ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн бүленгән булған. Элегерәк бүлмәләр мейес ярҙамында утын яғып йылытылған».
Анастасия Арыҫланова, Өфөлә йәшәүсе: «Был йортта быйыл бигерәк тә һыуыҡ. Өйҙә йылы тормай. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләйбеҙ. Һуңғы аҡсаға пластик тәҙрәләр ҡуйҙыҡ. Әммә тәҙрә аҫтынан ел өрә.Тәҙрә башын тоташтырыусы арҡа һынғас, фатирҙа йәш бала менән  артабан ҡалыу хәүефле. Ҡотҡарыу хеҙмәтендә, 73-сө торлаҡ-коммуналь хужалығында беҙҙең хәлде беләләр».
Йортто хеҙмәтләндергән  ойошма етәкселегенән  Нежинская урамындағы 40- cы йорттоң 15-се фатирында килеп тыуған хәлгә түбәндәгесә яуап алдыҡ.
Александр Матвеев, Өфөнөң калинин районы 73-cө торлаҡ-коммуналь хужалығы директоры: «Тәҙрәне хужа беҙгә заявка бирмәйенсә үҙ белдеге менән ҡуйған. Тәҙрәне тоташтырыусы арҡа кәкерәйеп, һәленеп төшкән. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр унда булды. Беҙгә алдан хәбәр иткән осраҡта бындай хәл бөтөнләй булмаҫ ине».
Дирекция был йорттарҙа башлыса фатирҙы ҡуртымға
алып йәшәүселәр күплеген һәм һыу, ут өсөн түләүҙәрҙең ваҡытында башҡарылмауын да атап үтте. Ә был йортта йылдар буйы йәшәгән кешеләр ваҡытлыса килеп  йәшәүселәрҙең намыҫһыҙлығына өҫтәп, һыуыҡ бүлмәләрҙә көн итергә мәжбүр.
Калинин районының 73-cө торлаҡ-коммуналь хужалығына ҡараған 40-cы йорттоң тышҡы ҡиәфәте лә шатландырмай. Стеналар емерелә, унда хасил булған ярыҡтарҙан буран көндө ел өрә. Фатир хужалары бүлмәләрҙең һыуыҡ булыуына зарлана.
Татьяна Шагалина, Нежинская урамында йәшәүсе: «Минең фатирҙа йыл һайын бер үк хәл ҡабатлана: яҙғы көслө ямғырҙар мәлендә түбәнән һыу үтә. Йыл һайын түбәмә ремонт эшләүҙәрен һорап барам. Үтенесемде кире ҡаҡмайҙар. Ләкин йыл һайын һоранып йөрөп ялҡып бөткәнмен».
Гөлназ староверова, Нежинская урамында йәшәүсе: «Был емерек стеналарҙан өйгә һыуыҡ керә. Балалар йыш ауырый. Әлеге ваҡытта дауахананан ҡайтып киләбеҙ».
Етмеш йылдан ашыу торған авария хәлендәге йорттарҙы  һүтеү-һүтмәүҙе район хакимиәте махсус комиссия ярҙамында билдәләргә тейеш. Дирекция белдереүенсә, был районда ғына һигеҙ йорт ошо исемлеккә эләгеп һүтелгән. Йылдар үтеү менән таушалып бөткән барактарҙа йәшәүселәр үҙҙәре үк әүҙемлек күрһәтеп күмәкләшеп ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейештәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика