Өфөнөң Калинин районы биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл теркәлеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде

Өфөнөң Калинин районы биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл теркәлеүе тураһында  хәбәр иткәйнек инде 18.04.2015

Урында йәшәүселәрҙең береһе урман эсендә һары төҫтәге химик шыйыҡсаға тап була.

Ваҡиға урынына шунда уҡ саҡырылған белгестәр дизель яғыулығы түгелеүен асыҡлай. Улар төнө буйы авария эҙемтәләрен бөтөрөү менән шөғөлләнә. Бөгөн иртән белгестәр керәсин һаҡланған йәшерен цехҡа  юлыға. Асыҡланыуынса, бер ай самаһы элек нефтселәр торбаүткәргестән законһыҙ яғыулыҡ урлау осрағы тураһында белдерә. Урланған керәсин эргәләге баҡса йорттарының береһендә һаҡланған була. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ә инде тәбиғәткә килтерелгән зыян күләме тикшереү һөҙөмтәләренән һуң ғына иғлан ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика