Өфөнөң Инорс биҫтәһендә трамвай эсендә сыҡҡан янғынға ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә трамвай  эсендә сыҡҡан янғынға ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе 10.09.2014

Баш ҡаланың электр транспорты буйынса идаралығы тимер вагондарҙың тулыһынса тиерлек иҫкергәнен инҡар итмәй. Техника паркын тулыһынса яңыртыуға миллиардлап аҡса кәрәк. Шулай ҙа белгестәр киләсәктә маршрутҡа яңы һәм хәүефһеҙ электр транспорты сығарырға вәғәҙә итә.

6 сентябрҙә Сельская Богородская урамы буйлап хәрәкәт иткән трамвай ут эсендә ҡала. Ҡыуанысҡа, йәрәхәтләнеүселәр булмай. Күптәр ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбен баш ҡалала трамвайҙарҙың иҫкереүенән күрә. Ысынлап та, Өфөнөң электр транспорты муниципаль идаралығының инженеры билдәләүенсә, баш ҡалала трамвайҙарҙың 93 процентын алыштырырға ваҡыт.
Шулай ҙа  баш ҡалала йәшәүселәрҙең күпселеге Өфөнө электр транспортһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Зилә Исмәғилова оҙаҡ йылдар инде трамвайға ғына өҫтөнлөк бирә. Беренсенән, уңайлы, икенсенән, күпкә арзаныраҡ, ти ул.
Баш ҡалала тығындар йылдан-йыл арта. Руль артындағылар уларҙан ҡотолоу юлын эҙләй. Өфөлә мәсьәләне электр транспорты ярҙамында хәл итергә мөмкин, тигән фекерҙә белгестәр. Шулай ҙа көслө тығындар ваҡытында трамвай иң шәп транспорт булып ҡала. Мәҫәлән, «Пушкин» туҡталышынан «Дәүләт циркына» тиклем трамвайҙа 40 минут эсендә барып етергә мөмкин. Ә 15 километрлыҡ арауыҡты үтеүгә хатта иң ҡиммәтле автомобилгә лә бер сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителә.
Һуңғы йылдарҙа баш ҡалала трамвай юлдары алмаштырыла. Ләкин электр транспортын тулыһынса яңыртыуға күп сығымдар талап ителә. Ә Өфөнөң электр транспорты буйынса муниципаль идаралығының ундай аҡсаһы әлбиттә, юҡ.  Шуға ла дәүләт ярҙамы ғына көтөргә  ҡала.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика