Өфөнөң иң яҡшы сантехниктары балалар приюты тәрбиәселәренә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

Өфөнөң иң яҡшы сантехниктары балалар приюты тәрбиәселәренә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе 07.08.2015

Баш ҡаланың  балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына  «Иң яҡшы сантехник» Урал Кубогы» конкурсында ҡатнашыусылар килде.  Фатирҙа   көтөлмәгән хәл килеп сыҡһа белгесте саҡырырға була, әммә был эште һәр ир үҙе лә белергә тейеш. Сантехниктар ҡорамалдарҙы ҡороп,  йыйып күрһәтте. Кескәйҙәр ҙә уларға ҡарап уны  башҡарып ҡараны. Бер ауырлығы ла юҡ, тине улар. Тәүҙә  миҫалда күрһәтелһә,  һөнәрмәндәр бер юлы  приюттың  тамып торған кранын йүнәтеп,  һыу ағып төшөп китеүсе торбаһын алмаштырып китте.  

Сергей Ващук, сантехник: «Акция сиктәрендә балалар менән осрашып  һөнәрҙең үҙенсәлектәрен өйрәтәбеҙ. Уның кәрәкле булыуын аңлатабыҙ. Киләһе этап Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы сантехника алмаштырыу».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку