Өфөнөң Иҫке Турбаҫлы ауылында йәшәүселәр көҙгө ямғырҙар башланыу менән ҡайғыға төшә

Өфөнөң Иҫке Турбаҫлы ауылында йәшәүселәр көҙгө ямғырҙар башланыу менән ҡайғыға төшә 20.10.2015

Ауылдың төптә урынлашҡан урамдарында йәшәүсе халыҡ бысраҡ юлдан йөрөргә мәжбүр.

Йәш әсә Резеда Юнысова йыш ҡына бәләкәй ҡыҙы менән фельдшер пунктына йөрөй. Саҡрым ярым юлды улар тайғаҡ юлдан  атларға мәжбүр. Урамға саф һауа һуларға сығыу һәр ваҡыт бысранып кереү менән тамамлана.
Был йортта тыумыштан инвалид бала йәшәй. Даун сире менән яфаланыусы  Рәмилә Юнысоваға әсәһе тиҙ ярҙам машинаһы саҡыртҡан осраҡта, машиналар юл булмау сәбәпле өйгә тиклем килеп етә алмай. Ҡыҙҙы бәләнән  әсәһенең шәфҡәт туташы булыуы ғына ҡотҡара.
Көҙҙәрен юлһыҙлыҡтан интегеүсе өлкәндәр һәм урта быуын вәкилдәренә ауылдың үҙәк урамындағы туҡталышҡа тиклем мәтеһе аҡтарылып ятҡан юлдан йәйәүләп барыуы ла ауырлыҡ тыуҙыра. Урман, Йәйғорло, Дуҫлыҡ һәм Шәрип урамдарындағы йорттарға нигеҙ бынан ун йыл самаһы элек һалынған. Ошо йылдар эсендә бында төпләнеүсе халыҡ юлһыҙ, газһыҙ интегә, эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерә.  
Асфальт юл хаҡында хыялланыусы халыҡтың көнитмеше урындағы хакимиәт башлығына ла таныш.
Ер алып бында төпләнергә теләүселәрҙең күптәре юлһыҙ, газһыҙ, эсәр һыуһыҙ ауыр тормоштан ҡасып, яңынан ҡалаға күсенгән. Айырыусы сыҙам һәм түҙемлеләр үҙ кеҫәһенән   урамдағы дөйөм юлға ҡом түшәй. Әленән-әле асфаль юл һалыуҙарын һорап, район хакимиәтенә, депутаттарға хат-үтенестәр яуҙыра. Әммә әлегә бер ниндәй ҙә һөҙөмтәһеҙ.
Иҫке Турбаҫлы ауылы Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында урынлашҡан. Ауылдың өс урамында йәшәүселәр яҙлы-көҙлө юлһыҙ интегә. Аҡтарылып ятҡан батҡаҡ аша ашығыс ярҙам машиналары ла үтә алмай. Ун йылдан ашыу юлһыҙ интегеүселәрҙең тормошо ҡасан да булһа яҡшы яҡҡа үҙгәрерме.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку