Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы бөгөн Еңеү һәм үлемһеҙ полк байраҡтарын ҡабул итте 31.01.2015

Эстафетаны уларға 91-се мәктәптең почетлы ҡарауылы тапшырҙы. Хәрби әләм Бөйөк Еңеү көнөнә тиклем Өфөнөң бар мәктәптәрен дә урап сығасаҡ. Артабан ул республика район-ҡалаларын иңләйәсәк.

Еңеү байрағы эстафетаһы сиктәрендә мәғариф учреждениеларында ҡаһарманлыҡ дәрестәре, Бөйөк Ватан һуғышына арналған лекциялар, ветерандар менән осрашыуҙар ойошторола. Байраҡты ҡабул итеү уңайынан башҡорт гимназияһына ла фронтовиктар һәм тыл ветерандары саҡырылғайны. Был сара оло патриотик тәрбиәгә эйә, ти ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика