Өфөнөң ете районында юл төҙөкләндереү эштәре башланған

Өфөнөң ете районында юл төҙөкләндереү эштәре башланған 02.04.2015

Юлсылар  ҡоро һауа шарттарында өлгөрөп ҡалырға тырыша. Бригадаларҙың береһе Өфөнөң Пархоменко һәм Достоевский урамдары киҫелешендә ремонт эштәре алып бара.

Юл төҙөкләндереү бер бөгөн генә бара тиеү дөрөҫ булмаҫ ине. Уға  әҙерлекте ҡала коммуналь хеҙмәттәре иртә ҡыштан уҡ ҡар өйөмдәрен ташып  башлап ебәрә. Шулай иткәндә асфальт ҡар ирегән ваҡытта әллә ни таушалмай. Ремонтсыларға ла юл тиҙерәк асыла.
Илшат Насиров, Өфөнөң совет районы муниципаль юл төҙөлөшө предриятиеһы мастеры: «Бөгөн Пархоменко урамында юл соҡорҙарын ямайбыҙ .Эшебеҙҙә шыйыҡ асфальт  ҡулланабыҙ».
Соҡорға  шыйыҡ асфальт һалғанда  битум ҡулланыу кәрәкмәй. Сөнки асфальт-бетон ҡатнашмаһында ул 13 процент тирәһе. Шуға ла  юлды алдан эшкәртмәҫкә лә мөмкин. Бындай алым менән эшләү  ваҡытты тиҙләтә  һәм сифатҡа ла зыян килтермәй, тигән фекерҙә белгестәр.  
Салауат Таһиров, Өфө ҡала хакимиәте коммуналь хужалыҡ идаралығының төҙөкләндереүҙе күҙәтеү бүлеге етәксеһе: «Беҙҙең эш һауа шарттарына бәйле. Юлсылар тәүлек әйләнәһенә ремонт эштәре алып бара. Беҙ тиҙ арала  ҡар ирегәс килеп сыҡҡан соҡорҙарҙы ямау эшен  атҡарып сығырға тырышабыҙ».
Ҡар иреү менән  юлсылар  соҡорҙарҙы  ямай башлай. Был төп  капиталь ремонт эштәренән өс ай алда башҡарыла. Көн йылынып, һауа температураһы тотороҡланғас, юл төҙөлөшөндә мөһим эшкә тотоналар. Халыҡ та ремонтсыларҙың юлды тәртипкә килтереүҙе  үҙәк урамдарҙан башлауына  шат
Юлсылар үҙҙәре эшләгән ерҙә хәүефһеҙлек сараларын да күрә. Һәр бригада иҫкәртеүсе юл билдәләре менән тәьмин ителгән.
Заводтарҙан   шыйыҡ һәм эҫе асфальт ошондай рециклдарҙа килтерелә . Бындай ысул эш өсөн уңайлы. Шыйыҡ асфальт юл соҡорҙарына нығыраҡ йәбешә һәм төп юл ҡатламы өҫтөндә тығыҙ булып ҡата.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку