Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүселәр иҫке Яңы йылды күләмле флешмоб менән ҡаршыланы  14.01.2017

Йөҙәрләгән автомобилдәрҙә меңдән ашыу кеше иҫке Яңы йыл төнөн  бер-береһен тәбрикләр өсөн супермаркет алдындағы парковка алдына йыйылды. Ҡош осошо бейеклегенән төшөрөлгән сара биҫтәлә йәшәүселәрҙең дуҫлығын һәм берҙәмлеген сағылдырҙы. Тышта ун биш градус һыуыҡ һәм әсе ел иҫә. Әммә дәртле халыҡҡа был ғына кәртә була алмай. Олоһо-кесеһе үткән йылдың иң популяр көйҙәренә дәртле итеп  баҫа.

Кирилл Гаврилов, «Димлеләр» интернет ҡулланыусылар берлеге администраторы: «Дим районын  Өфө үҙәгенән алыҫ урынлашҡан тигән фекер менән килешмәйем. Уны ситтә тип әйтеүселәр беҙҙең районды бик яҡшы белмәй. Шуға күрә районыбыҙҙы флеш -моб үткәреп данларға булдыҡ».
«Беҙ-Димдәр» тигән яҙыуҙы автоһәүәҫкәрҙәр бер сәғәт эсендә төҙөнө. Шул арала халыҡҡа күңелле һәм ҡыҙыҡлы булһын өсөн йәш артистар сығыш яһаны. Флеш-моб тамамланғас Дим өҫтөн байрам салюты биҙәне.
Сергей Плотников,Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы: «Баш ҡаланың Дим районында йәшәүселәрҙе дуҫлыҡ берләштерә. Бөгөн беҙ быны тағы ла бер тапҡыр иҫбатланыҡ. Беҙ бындай акцияларҙы хуплайбыҙ».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика