Өфөнөң Дим биҫтәһендәге йәрминкәлә сауҙа ҡыҙыу бара

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге йәрминкәлә сауҙа ҡыҙыу бара 13.12.2014

Яңы йылға ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалды. Әле һәр йортта байрамға әҙерлек бара. Кемдер бүләк әҙерләй, шыршы биҙәй, хужабикәләр алдан уҡ  табын хәстәрләй. Был йәһәттән уларға баш ҡала сауҙа майҙандарында ойошторолған йәрминкәләр ярҙамға килә.

Халыҡ ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре килтергән  итте, йәшелсә-емеште һәм башҡа аҙыҡ-түлекте ихлас һатып ала.
Өфөнөң Дим биҫтәһендәге йәрминкәлә сауҙа ҡыҙыу бара. Ғәҙәттәгесә, район хакимиәте йәрминкәгә Хәҡиҡәт урамының бер өлөшөн бүлгән. Бөгөн бында 50-нән ашыу сауҙа палаткаһы эшләй. Аҙыҡ-түлектең хаҡы лә әллә ни тешләшмәй.  
Ассортимент ысынлап та, бай. Берәүҙәр миндек һата, икенселәр йөн алып килгән, шифалы үләндәр тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Сауҙа майҙанының төп урынын һәр ваҡыттағыса умартасылар биләй.
Ҡала халҡы бөтөнләй онота башлаған быйма һуңғы йылдарҙа баҙарҙағы иң үтемле тауарҙарҙың береһе.  Быйма баҫыусылар уларҙың төрлө төҫтәгеһен, биҙәклеһен тәҡдим итә.
Ләкин һәр йәрминкәнең төп тауары иттер, моғайын. Һатыусылар уны төрлө төбәктәрҙән алып килә. Тауарҙың сифаты, һатыуға яраҡлы-яраҡһыҙ булыуы урындағы махсус лабораторияла тикшерелә. Ветеринария табиптары билдәләүенсә, тейешле экспертиза үтмәгән ит һатыусылар бик һирәк осрай.
Йәрминкәләр ай аҙағына тиклем дауам итә. Улар баш ҡаланың һәр районында шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика