Өфөнөң Дим биҫтәһенән Шаҡша ҡасабаһына электричкала - ярты сәғәттә

Өфөнөң Дим биҫтәһенән Шаҡша ҡасабаһына электричкала - ярты сәғәттә 24.02.2016

«Ҡала электричкаһы» программаһын тормошҡа ашырыуға Рәсәй тимер юлы  260 миллион һум инвестициялар һалған.Уның 55  миллион һумы пасажирҙар өсөн бөтә уңайлыҡтары булған бейек платформа төҙөүгә тотонолған.

Тимер юл станцияларына бүленгән аҡсаның халыҡ  уңайлыҡтары өсөн сарыф ителеүе оло мәғәнәгә эйә. Бөгөндән башлап Дим биҫтәһенән Черниковка заводтарына эшкә йөрөүселәр бер-нисә транспорт алыштырыуҙан азат ителде. Улар эш урынына ярты сәғәт эсендә барып етәсәк. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исеме бирелгән электропоезд уңайлығын  тәүге пассажирҙар һынап ҡараны.
Елена Родина, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе: «Тимер юл транспорты менән бик һирәк йөрөргә тура килә. Әммә мин бындай йомшаҡ ултырғыстарҙа  һәм таҙа вагондарҙа Мәскәүгә тиклем барырға ризамын».
Дим станцияһы платформаһы уңайлыҡтары өсөн 55 миллион һум үҙләштерелгән. Бында бейек платформа, билеттарҙы теркәү өсөн электрон турникеттар урынлаштырылған. Киләсәктә 1629-cы километр, Спорт, Парк, Шаҡша туҡталыштарында ла  ҡала транспортына сығыу өсөн пассажирҙарға уңайлыҡтар булдырыласаҡ .
Ринат Фазылов, Куйбышев тимер юл станцияһы идаралығының Башҡортостан  төбәк бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары: «Бөгөн файҙаланыуға тапшырылған бейек платформа пассажирҙар уңайлығы өсөн эшләнелде. Был станцияла пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙе юғары баҫҡысҡа күтәрҙе».
Дим биҫтәһенән Шаҡшаға тиклем 32 километрлыҡ юлды пассажирҙар ярты сәғәттә үтә аласаҡ. Ҡала электричкаһы мөмкинлектәрен киңәйтеү  эшселәрҙең, баҡсаға йөрөүсе өлкән йәштәгеләрҙең сәфәрен генә еңеләйтеүҙән тыш, автомобиль юлдарында  тығындарҙы кәметергә лә ярҙам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку