Өфөнөң Дим биҫтәһе тотороҡло үҫеш юлында

Өфөнөң Дим биҫтәһе тотороҡло үҫеш юлында 16.09.2014

Бында әленән-әле ял итеү урындары төҙөкләндерелә, яңы объекттар  асыла. Шул уҡ ваҡытта биҫтәнең Үҙәк урамы осонда йәшәүселәр бер мәсьәлә өсөн борсола. Халыҡ ҡаланан сыҡҡан урында светофор ҡуйыуҙы үтенә. Был тирәлә башлыса баҡсасылар ширҡәттәре урынлашҡан, йыл дауамында йәшәүселәр ҙә бар. Улар юл аша сыға алмауға зарлана.

ялдағы Мөнирә ханым тореодор түгел, ҡатын бары тик автомобилистарҙың иғтибарын йәлеп итергә теләй. Кире осраҡта юл аша сыға алмайынса ярты сәғәт көтөп тороуың бар, ти ул.

Әлбиттә, хәүеф иң элек оло йәштәгеләргә һәм балаларға янай. Урындағылар бәләкәстәрҙе иртән оҙатып, кис ҡаршы алырға мәжбүр.

Халыҡтың юл аша сығыу теләге ябай - урамдың теге яғында ҡала тарафына йүнәлеүсе транспорт туҡтай. Ысынында, туҡталыш күпкә алыҫ урынлашҡан, ләкин автобус водителдәре халыҡтың бында тороуына күнегеп бөткән. Ә пассажирҙар әлбиттә, алыҫ йөрөргә теләмәй, транспортты өйрәнгән урында көтөүҙе хуп күрә.

Былтыр юлды киңәйтә башлағанда бер яҡ ситтә йәйәүлеләр өсөн айырым һуҡмаҡ та һалынғайны, ул, күрәһең, ваҡытлыса булған. Сөнки хәҙер бынан үтерлек түгел. Тимәк, рәсми туҡталышҡа үтергә теләүселәр өсөн тик бер юл ҡала.

/Бында йәшәүсе халыҡты законлы туҡталыш менән тик ошо "кәзә һуҡмағы" ғына тоташтыра. Әммә юлдан тик йәй генә еңел үтеп була ти кешеләр, сөнки йәй һәм көҙ бында бысраҡ, өҫтәүенә, автомобилдәрҙән һыу сәсрәй. Ә ҡыш иһә юлды таҙалаусы техника йыйылған ҡарҙы тура ошонда ауҙара. Һәм юл бөтөнләй ябыла./

Урында йәшәүселәр мәсьәлә буйынса район хакимиәтенән ярҙам һораныҡ тип белдерә. Хатта, бында урынлашҡан баҙар етәкселеге лә, һатып алыусыларҙың уңайлығын ҡайғыртып, светофор урынлаштырыуҙарын үтенә. Тик һөҙөмтә юҡ. Һорауға асыҡлыҡ индерергә теләп беҙ Дим районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек.

Людмила Моторина, Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Беҙ мәсьәлә тураһында хәбәрҙар, тәү тапҡыр светофор урынлаштырыу тураһында мөрәжәғәт былтыр булды. Ләкин эш беҙҙән генә тормай. Хакимиәт М5 федераль трассаһының әлеге өлөшө төҙөкләндерелеүен көтә. Ә быға тиклем юл ниндәй үҙгәрештәргә дусар буласағы тураһында әйтеп булмай. Шуға ла әле күләмле сығымдар талап итеүсе эш башлау урынһыҙ тип уйлайбыҙ».

Былтыр был урында төҙөкләндереү эштәре бер башланғайны инде. Юл тулыһынса ябылды, халыҡ быға ризаһыҙлыҡ белдергәндән һуң республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов юлды асырға һәм мәсьәләне башҡа төрлө хәл итергә тигән күрһәтмә бирҙе. Икенсе проект ҡасан тормошҡа ашырыласағы әлегә билдәһеҙ. Тимәк, баҡсаларҙа йәшәүселәрҙең бәләһе тиҙ генә бөтмәйәсәк.

Илфат Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку