Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр идара итеүсе компания хеҙмәткәрҙәренең эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә

17.01.2017

Торлаҡ коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре Борисоглеб урамының 28-се йорт ҡыйығын ҡарҙан таҙартҡандан һуң, эш ҡоралдарын ихатала парковкаланған машиналарға ырғыта. Шаһиттар был осраҡты видеоға төшөрөп, социаль селтәргә ҡуйған. Орджоникидзе районына ҡараған торлаҡ-коммуналь хужалығында ҡар  һәм боҙбармаҡтарҙан ҡотолоу барышында килеп тыуған был хәлгә нисек юл ҡуйылған?

Баш инженер менән автомобиленең алғы тәҙрәһе ватылған водитель бәхәсендә һәр кем дөрөҫлөк минең яҡта тигән фекерҙә. Автомобиль хужаһы иртәнсаҡ машинаһының сигнализацияһы ҡабыныуына тәҙрәнән тышҡа ҡарай һәм автомобиленең алғы тәҙрәһе ватылыуын күрә. Егет дәғүәһе менән торлаҡ-коммуналь хужалығы еткәсеһенә мөрәжәғәт итә. Унда  ғәйептәрен аңлайҙар һәм уға машинаһын ремонтлаған өсөн аҡсалата ярҙам  бүленәсәк тип вәғәҙәләйҙәр. Өлгөр егет бөгөн ете меңгә автомобилендә тәҙрә яңыртҡан.
Игорь Зайцев, автомобиль хужаһы: «Мин ихата алдын һәм йорт түбәһен  ҡарҙан таҙартасаҡтары хаҡында алдан иҫкәртелмәнем. Алдан белгән булһам  машинаны хәүефле ерҙән күсергән булыр инем».
Орджоникидзе районы торлаҡ-коммуналь хужалығы баш инженеры ихатаның ҡарҙан таҙартыласағы тураһында бер тәүлек алдан иҫкәртеү яһалды тип белдерә. Бында хатта машиналарҙы парковкалауҙы тыйған махсус билдә лә ҡуйылған.
Йорт һәм ихата алдын ҡарҙан һәм боҙбармаҡтарҙан таҙартыр алдынан унда йәшәүселәрҙе бер тәүлек алдан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр бер тәүлек алда иғлан аша иҫкәртә. Икенсе талап еңел автомобильдәр  йорттарҙан ун-ун биш метр йыраҡлыҡта ҡалдырылырға тейеш.
Йорттоң ҡыйығын таҙартыусы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр йәйәүлеләргә махсус билдә ҡуйған. Ҡыҙыл флаг тотоп хәүеф хаҡында иҫкәртеп тороусы ҡатынды ишетмәй махсус һуҙылған таҫма аша алға үтергә теләүселәр ҙә табылды. Йорт-алдына сығыусы халыҡ ишек түбәһе башында ҡалын булып ҡатҡан боҙ ҡатламы башыбыҙға ишелеп төшмәһә ине тип борсола.
Ҡала хакимиәтендә Өфө урамдарының яртыһынан күберәген, айырыуса ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартып бөтөү мөмкин түгел тигән фекерҙәләр. Халыҡ торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренең машиналарҙы алырға кәрәклек хаҡында үтенесен күпселек осраҡта инҡар итә. Һөҙөмтәлә автомашиналары сыйылған күп кенә автомобиль хужалары ғәҙеллек талап итеп судҡа мөрәжәғәт итә. Әлеге ваҡытта идарасы компанияларҙа ни бары ун һигеҙ дана бәләкәй техника бүленгән. Киләсәктә улар һаны арттылыласаҡ.
Шәхси йорттар биләмәләрендә лә хәлдәр шатланырлыҡ түгел. Тракторсыларҙың  сит ил машиналарының тәгәрмәстәренә тибеүе бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Тар боролоштарҙан ҡар таҙартыу эшендә ювелир теүәллеге лә кәрәк бөгөн.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика