Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан Ҡулса һәм Беренсе май урамдары архитектураһына хәүеф янай

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан Ҡулса һәм Беренсе май урамдары архитектураһына хәүеф янай 23.02.2016

Төҙөклөгө, йәшеллеге һәм уңайлығы менән айырылып торған урамдарҙың йөҙөн нөктәле төҙөлөштәр боҙа. Элекке балалар баҡсаһы урынында башланған күп ҡатлы йорт төҙөлөшө эргә-тирәлә йәшәүсе халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған.

Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зөлфиә Жилнова Беренсе май урамында илле йылдан ашыу йәшәй. Эргәһендә барған төҙөлөш эштәре уның һаулығын ҡаҡшата. Тыныс тормошҡа күнеккән ханым, ергә бер туҡтауһыҙ  свай ҡағыу тауышын күтәрә алмай, нервылары ҡаҡшап, инсульт үткәрә. Әлеге ваҡытта  үҫеп ултырған ылыҫлы ағастарҙың береһе генә яҡлау һорағандай иҫән-ҡалған. Төҙөлөш майҙанындағы тауыш эргә-тирәлә йәшәүсе башҡаларҙың да тыныслығын боҙа.
Беренсе май урамы 8 а һәм Ҡулса урамы 27 а урамдары янында элекке балалар баҡсаһы бинаһы  һүтелеп уның урынына ете ҡатлы күп ҡатлы йорт төҙөлөшө башланған. Төҙөлөш эштәрен СУ-10 ойошмаһы башҡара. Был хаҡта  алдан иҫкәртелмәгән халыҡҡа был яңылыҡ  аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир иткән.
Морат Ғәйнанов, ҡулса урамының 27-cе йортонда йәшәүсе: «Был төҙөлөш беҙҙең йортарға яҡтылыҡ төшөрмәйәсәк. Ҡышҡыһын йылылыҡ селтәре һуҙабыҙ тигән булалар. Ниңә халыҡты алдарға».
«Победа» кинотеатрынан Беренсе май, Ҡулса урамдарына тиклемге арауыҡ тышҡы матурлығы, йорттарҙың күркәмлеге менән айырылып тора. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү менән бәйле тарихи урамдарҙың бөтөнлөгө киң йәмәғәтселекте борсолдора.
«Победа» кинотеатрынан алып Беренсе май, Ҡулса урамдарының архитектура ансамбле күркәмлеге хатта, сит илдәрҙә йәшәүселәр өсөн дә һоҡланғыс. Әммә илле йыл торған теүәл архитектура намыҫһыҙ төҙөүселәргә күп ҡатлы йорттар төҙөп килем алыу сығанағына әүерелгән. Февраль башында Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөнөң төҙөлөш баҙарында килеп тыуған хәлгә үҙ фекерен белдерҙе. «Уйланылмаған төҙөлөштәр ҡаланың тышҡы йөҙөн генә боҙоп ҡалмай, халыҡтың йәшәйешенә лә кире йоғонто яһай», тип белдерҙе.
Өфөнөң  әле бер, әле икенсе өлөшөндә халыҡ нөктәле төҙөлөштәргә ҡаршы сыға. Ниңә энә төртөрлөк тә урын булмаған тығыҙ урындарҙа бейек йорттар төҙөргә? Тәүлек әйләнәһенә барған бындай төҙөлөштәр  ҡаланың тышҡы йөҙөн боҙоп ҡына ҡалмай, халыҡтың көнитмешен дә ҡатмарлаштыра.  Юлдар иҙелә, ауыр техника тауышы тынлыҡты боҙа. Төҙөлөш эргәһенән үтеп йөрөүсе кешеләрҙең бигерәк тә балаларҙың  ғүмеренә хәүеф менән янай. Осрашыуға төҙөлөш компанияһы вәкилдәре килмәне. Йыйылған  халыҡты Өфөнөң Орджоникидзе районы етәкселеге күп ҡатлы йорт төҙөлөшө туҡтатылды, тип ышандырҙы.
Марат Ғәлиуллин, Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы: «Төҙөүсе компания менән уртаҡ килешеү һөҙөмтәһендә был урында төҙөлөш туҡтатырға ҡарар ителде. Артабан беҙ бөтә документтарҙы ла тикшереп һеҙҙең ҡарамаҡҡа күрһәтәсәкбеҙ. Был урында ниндәй төҙөлөш буласағын бергәләп хәл итербеҙ».
Әлегә төҙөлөш өсөн кәртәләнгән ерҙә иҫке йылылыҡ селтәрен алыштырасаҡтар. Оҙаҡ хеҙмәт итеп таушалған торбаларҙы яңыларына алыштырасаҡтар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку