Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәр күсенергә теләмәй

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәр күсенергә теләмәй 23.12.2015

Спартак һәм Нежинская урамдарындағы йорттар тиҙҙән һүтеләсәк. Тик фатирҙарҙа һаман да уның хужалары йәшәй. Уларға  икенсе биҫтәнән торлаҡ бирелһә лә, халыҡ, бының менән килешмәй, судлашыуын дауам итә. Ни өсөн хужалар иҫкеһен яңыһына алыштырырға теләмәй?

Күпме генә йәшәһәң дә торған ер ҡәҙерле була ла ул. Тик был тиклем таушалған йорт стеналарына ҡарап,  ни өсөн Анна Турчинаның унан күсенергә теләмәүе аптырата. Йорт авария хәлендә тип танылған,  хужаларға икенсе урындан фатир тәҡдим ителгән.
Анна Турчина, Спартак урамындағы 20-се йортта йәшәүсе: «Беҙгә  ДОК-тан фатир тәҡдим итәләр. Балалар баҡсаһы, мәктәп бында  эргәлә, улым  биатлонға йөрөй. Унда күсеп китһәк, секцияһын ташларға тура килә. Нисек көн һайын унан бында тиклем йөрөмәк кәрәк?»
Анна Турчина ҡала хакимиәте менән судҡа тиклем барып еткән. Алмашҡа бирелгән фатирға күсергә ризалашмағас,  уға  1 миллион 600 мең һум аҡса түләргә ҡарар ителгән. Авария хәлендәге торлаҡтан күсеп китергә теләмәүсе бер Анна ғына түгел.
Рәмил Фәтҡуллин был тар ғына бүлмәлә ҡатыны,  25 йәшлек ҡыҙы менән  йәшәй. Ул да тәҡдим иткән альтернатив вариант менән килешмәй, һыуыҡ фатирҙа көн күрә.
Авария хәлендәге йортта йәшәүселәр ҡала хакимиәтенән бер бүлмәле урынына ике бүлмәле фатир көтә һәм емерелеп барған фатирҙарында йәшәй бирә. Иҫке торлаҡта йәшәү ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янауы тураһында уйламайҙар, күрәһең. Ә йорт теләһә ниндәй ваҡытта  ғаиләнең  башына ишелеүе ихтимал. Ә улар судлашып, һатыулашыуын дауам итә.
Владимир Барабаш, Өфө ҡала хакимиәте вәкиле: «Был программаның маҡсаты - халыҡты авария хәлендәге  торлаҡтан күсереп уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу. Фатирҙар метрға- метр бирелә. Ә унан һуң инде торлаҡ хужалары  йәшәү шарттарын яҡшыртыу программаһында ла ҡатнаша ала».
Республикала  авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһының ике этабында  3 мең ярым кешегә яңы фатир бирелгән. Уны тормошҡа ашырғанда ошондай ҡатмарлыҡтар йыш килеп сыға. Икенсе ергә  күсеү  яңынан йәшәй башлауға тиң булһа ла,  емерелеп барған  йортта көн күргәнсе, яңы урындағыһы яҡшыраҡ икәнен күптәр аңларға теләмәй.  Ә был программа буйынса, баш ҡалалағы  фатир хужаларына элек күпме квадрат метр торлаҡта йәшәгәндәр, шул тиклем генә биреү ҡаралған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку