Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә һауаның бысраныу кимәлен билдәләүсе автоматлаштырылған станция урынлаштырылды

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә һауаның бысраныу кимәлен билдәләүсе автоматлаштырылған станция урынлаштырылды 16.01.2015

Тиҙҙән ул  эшкә егеләсәк.

Үҙәктә махсус приборҙар һауа составын, ундағы химик матдәләр кимәлен  минут һайын тикшерә. Станция йыл әйләнәһенә эшләй, приборҙар теүәл эшләһен өсөн бүлмәлә һауа температураһы 24 градустан дә түбән булмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә һауала ҡайһы бер  элементтар күләме норманан юғары икән, күрһәткестәр мәғлүмәт йыйыу үҙәгенә, артабан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына, нефть компанияһына һәм башҡа тейешле нөктәләргә ебәрелә.
Валентна Сәфәрова, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт аналитика контроле идаралығы етәксеһе: «Мәғлүмәт тейешле инстанцияларға онлайн режимда тапшырыла. Эшкәртелгән һандар министрлыҡҡа ебәрелә.  Шуныһы уңайлы, автоматлаштырылған станция тәүлек әйләнәһенә эшләй, шуға күрә ниндәйҙер экологик һәләкәт тураһында һүҙ бара икән, сәбәбен тиҙ арала асыҡларға мөмкин».
Үҙәк министрлыҡ һәм «Башнефть» ойошмаһы менән берлектә төҙөлгән. Ошондай станциялар сит илдә киң ҡулланыла. Ул барлыҡҡа килеү менән баш ҡалала һауа сифатын тикшереү һәм уны яйға һалыу системаһы булдырылды. Сөнки метеоүҙәк һауаға сығарылған  химик элементтар ҡайһы завод  ҡалдыҡтарына хас булыуын билдәләргә лә һәләтле. Әлегә баш ҡалала был тәүге үҙәк, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ошондай өс станция уңышлы эшләп килә.
Илдар Һаҙыев, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу экология министры: «Республикала сәнәғәт предприятиелары күп булыуын, автотранспорттың йылдан-йыл артыуын иҫәпкә алып, ошондай үҙәктәрҙе күбәйтеү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. 2018-се йылға тиклем махсус программа ҡабул ителгән, уғ ярашлы станцияларҙың  һаны бер нисә тапҡырға артасаҡ. Иң мөһиме улар ярҙамында һауаны бысратыусыны табып, тиҙ арала тейешле саралар күрергә мөмкин».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку