Өфөнөң Черниковка биҫтәһе юлдары яңырыу кисерә 20.07.2016

Бөгөн Интернациональ һәм Нева урамдары киҫелешендәге  2 мең квадрат метрға асфальт ҡатламы һалыу тамамланды.

Ремонт эштәре өс көн элек башланған, был осорҙа  300 тонннан ашыу асфаль япмаһы түшәлгән. Эште Калинин районының төҙөкләндереү буйынса ойошмаһы алып бара.   Был участка Черниковка биҫтәһендәге иң ҡатмарлы урындарҙан иҫәпләнә, боролошта транспорт хәрәкәте көслө,  трамвай рельстары ла үтә.  Ә бына ремонт 5 йылдан ашыу үткәрелгәне юҡ, асфальт иҙелеп, соҡор-саҡырға әйләнеп бөткән була. Юлсылар быйыл    Индустриаль шоссе, Көнсығыш, Төхвәт Йәнәби урамдарында ла асфальт һалған. Иртәгә тағы бер ҡатмарлы урын - Интернациональ һәм  Машина эшләүселәр урамдары киҫелешен төҙөкләндереү башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика