Өфөнөң Бейек урамында йәшәүселәр араһында ишек алдында матурлыҡ тыуҙырыусылар һирәк

Өфөнөң Бейек урамында йәшәүселәр араһында ишек алдында матурлыҡ тыуҙырыусылар һирәк 07.08.2015

Хеҙмәт ветераны Нина Полякова оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Туғыҙ ҡатлы йорттоң ишек алдында иртә яҙҙан көҙгә тиклем сәскәләр үҫтерә.

Белорус милләтенән булған Нина Аркадьевна ошо нигеҙгә күскәнсе илле йыл дауамында шәхси йортта йәшәгән. Күршелә мөһабәт төҙөлөш башланғас, ҡаланың икенсе өлөшөнә  күсеп китергә өгөтләйҙәр. Әммә Нина Аркадьевнаның  ярты быуаттан ашыу ғүмере  үткән ерҙән таныш түгел урынға  күсенгеһе килмәй. Дүрт йыл эсендә  уларға ниһайәт, бәхет йылмая. Элек йәшәгән ерҙән алыҫ түгел Бейек  урамында бөтә уңайлыҡтары булған ҡала фатирын тәҡдим итәләр.
Нина Полякова,  сәскә үҫтереүсе:  «Ҡала фатирында ла  дүрт стенаға бикләнеп, эшһеҙ ултыра алмайым. Миңә нимәлер эшләргә кәрәк. Үҙемдең ике баҡсам булыуына ҡарамаҫтан, йорт алдында сәскәләр үҫтерергә яратам».
Йорт тирәһенән үтеп йөрөүселәр бындағы матурлыҡты торлаҡ -коммуналь хужалығы булдыра, тип уйлай. Әммә һәр көн иртә сәскәләр менән һөйләшә-серләшә уларҙы тәрбиәләүсе кеше - Нина Полякова икәнен  күрше-күлән дә, эргә-тирәлә йәшәүселәр ҙә яҡшы белә
Хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветеранының бер бүлмәле фатиры ла йәшеллек менән тулы. Был үҫентеләрҙе Нина Полякова тиҙҙән ергә күсереп ултыртасаҡ. Киләһе яҙға сәскә орлоҡтарын да  киптереп өлгөрә. Сәскә яратыусы ханым оҙон ҡыш айҙарында сигеү сигә. Ул сиккән мендәр тыштары, паннолар күҙ яуын ала. Яратҡан шөғөлөнә матди сығымдарҙы ла йәлләмәй. Баҡсасылыҡ тураһында журналдарҙы, һирәк осрай торған сәскә орлоҡтарын   почта аша алдыра.
Нина Полякова, сәскә үҫтереүсе: «Күршеләге әхирәтем дә: «Һинең кеүек сәскәләргә мөкиббән бирелгән кеше бик һирәк тип аптырай. Мин ысынлап та, уларҙы яратам бер кемгә лә өҙөргә рөхсәт итмәйем. Уларҙың да бит йәне бар, тип әйтәм».
Нина Полякова хаҡлы ялға киткәнсе гидравлика заводында ҡатмарлы  деталдәр эшләгән. Тимерҙе үҙенә буйһондора алған ҡулдарға ошондай матурлыҡты булдырыу бер ни тормай. Бары тик теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика