Өфөнөң «Алтын даға» ат-һауыҡтырыу үҙәгенә ҡышҡылыҡҡа урамда  ҡалыу хәүефе янай 19.09.2014

Әле малҡайҙар  ташландыҡ гаражда  урынлашҡан һарайҙа тора. Тик Өфөнөң  Глумилин биҫтәһен ҙурайтыу сәбәпле,  ул  тиҙҙән һүтеләсәк. Төҙөлөш  өсөн ҡала хакимиәте ер бүлеп бирергә әҙер, тик  урын үҙәк хеҙмәткәрҙәренә оҡшамай.

Вэнсай - ганновер тоҡомло ат. Әле ул испан аҙымдарын яһарға өйрәнә. "Алтын даға" ат-һауыҡтырыу үҙәге инструкторы Айгөл Низамова яратҡан  малҡайын таҙартып,  һыу эсереп-ашатып алғас урамға алып сыға.    Толпарҙа елдереү туғыҙ йәшлек Аннаның яратҡан шөғөлө. Һауыҡтырыу -реабилитация үҙәгенә ул дүртенсе йыл йөрөй. Һыбай йөрөү күңелгә рәхәтлек бирә, сәләмәтлек өсөн дә ифрат файҙалы.  Үҙәктең аттары яҡшы тоҡомло, холоҡтары тыныс. Балалар уларға өйрәнеп бөткән.
Тик ошондай хайуанҡайҙар ташландыҡ гаражда урынлашҡан һарайҙа тора, ул ҡыш көнө йылытылмай, ут та үткәрелмәгән. Үҙәктең ун аты бар. Аҫырарға урын булмағанға уларҙың күбеһе  Иглин районына ебәрелгән.
Ошондай шарттарҙа Плтын даға туғыҙ йыл буйы йәшәп килә. Тиҙҙән уныһы ла булмаясаҡ тип хәүефләнә үҙәк хеҙмәткәрҙәре. Сөнки эргәлә генә ҡеүәтле төҙөлөш бара.
Йорттар көндән -көн  арта, бер туҡтауһыҙ шаҡ-шоҡ килгән тауышҡа малҡайҙар өйрәнеп бөткән.  Был урында  Өфөнөң яңы биҫтәһе барлыҡҡа киләсәк. Ат һарайы эргәһендәге урман ҡырҡылған, унда  тиҙҙән  тағы бер күп ҡатлы  йортҡа  нигеҙ һалынасаҡ. Унда эш башланыу менән «Алтын даға»ларға ҡайҙалыр күсергә кәрәк. Тиҡ ҡайҙа?
Айгөл Низамова, «Алтын даға» ат-һыуыҡтырыу үҙәге инструкторы: «Беҙгә Өфөнөң күп райондарынан балалар килә. Улар араһында ат спортында юғары уңышҡа ирешерлектәре бик күп.  Тик  бының өсөн шарттар юҡ. Өлкәндәр ҙә йөрөй беҙгә».
Үҙәктең аттары Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән бәйге призерҙары. Дастархан ҡушаматлыһы, мәҫәлән, 1 метр 80 сантиметрға һикереп рекорд ҡуйған. Йыл дауамында бында алты йөҙләп кеше  шөғөлләнә, улар билдәләүенсә, бында иң түбән хаҡтар.  Үҙәк быға тиклем  «Акбуҙат» ипподромында урынлашҡан булған. Реконструкция үткәндән һуң  ҡуртым өсөн  юғары хаҡтар унда ҡалырға мөмкинлек бирмәгән. Бынан ике йыл элек үҙәк  төҙөргә  яңы урын бирелгән. Ул ошонан алыҫ түгел, Сипайлово биҫтәһенә яҡын ерҙә. Төҙөлөшкә хатта, документтар ҙа йыйылған. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында эш оҙаҡҡа һуҙыла.
Виктор Подолько, «Алтын даға» ат-һауыҡтырыу үҙәге етәксеһе: «Тәүҙә геологик шарттар тура килмәй тинеләр. Һуңынан ул урын төҙөлөш өсөн бирелә тигән яуап булды. Беҙгә Шаҡша яғынан ер тәҡдим итәләр.  Уңайһыҙ яҡ. Маршрут автобустары барып етмәй. Балаларҙың шәхси автомобилдәре юҡ. Беҙгә һәм үҙәк тәрбиәләнеүселәренә был тәҡдим оҡшамай».
Владимир Барабаш, Өфө ҡала хакимиәтенең ер ресурстары идаралығы хеҙмәткәре: «Әле был мәктәпкә ҡала архитектураһы менән берлектә майҙан бүлеү мәсьәләһе ҡарала. Дим биҫтәһенән Шаҡшаға тиклем арауығындағы  ерҙәр хаҡында һүҙ бара. Уларҙың талабы буйынса аттар тотоу өсөн ҡаланың ҡап уртаһында бер гектар ер бүлеү мөмкин түгел».
Ат күндәм хайуан. Бер ниндәй шарттары булмаған һарайҙа торорға ла риза улар. Ат дағаһы бәхет килтерә тиҙәр. Исеменә - есеме тигәндәй, бәлки,  ,,Алтын даға"ларға ла  көтмәгәндә бәхет йылмайыр... Кешеләр араһындағы   аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында бынамын тигән яҡшы тоҡомло  малҡайҙар  ыҙа сигә. Тиҙҙән тағы ҡыш етә. Мәсьәлә хәл ителмәһә, үҙәк хеҙмәткәрҙәренә аттарҙы тибенгә сығарып ебәрергә тура килерме икән?  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика