Өфөнөң 28-се махсуслаштырылған мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүсе үҫмерҙәр «Ашнаҡсылар» проекты сиктәрендә үҙҙәре бешерергә өйрәнә

Өфөнөң 28-се махсуслаштырылған мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүсе үҫмерҙәр «Ашнаҡсылар» проекты сиктәрендә үҙҙәре бешерергә өйрәнә 24.04.2017

Оҫталыҡ дәрестәрендә уҡыусылар аҙыҡ-түлек һайларға, тәмләткестәр - һуған, борос өҫтәргә, аш-һыу ҡоралдары менән дөрөҫ эш итергә өйрәнә.

28-се  махсуслаштырылған мәктәп-интернаттың сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн ғәҙәти булмаған дәрес. Китап, дәфтәр, ҡәләм урынына аш-һыу әҙерләү кәрәк-яраҡтары. Сербиянан килгән шеф-ашнаҡсы ярҙамында улар үҙаллы бешерергә өйрәнә. Ҡыҙҙар-егеттәр тәүҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән танышты. Үҙ тәжрибәһендә етенсе тапҡыр уҡыусыларға оҫталыҡ дәресе биргән ашнаҡсы ризыҡты бешергәндә күңел һалып башҡарыу мөһимлеген билдәләй.
Жэлько Глыголин, шеф-ашнаҡсы: «Күҙҙәре насар күргән һәм һинең ярҙамыңа мохтаж балалар менән эшләү үҙе бер ҡәнәғәтлек. Минең өсөн был бик яуаплы эш. Улар бик һиҙгер, һәләтле. Уҡыусылар менән эшләү минең өсөн дә файҙалы. Уларҙы аңларға өйрәндем».
Азат Ғибәҙуллиндың тәжрибәле ашнаҡсы ярҙамында  әҙерләнәсәк ризыҡтың тәмле килеп сығырына шиге юҡ. Дәрестә үҫмерҙең аш-һыу буйынса тәүге уңыштарын оҫта "бишлегә" баһаланы.
Аш-һыу бешереү оҫталығына сығарылыш синыф уҡыусылары ғына йөрөй. Һәр дәрескә проект буйынса өсәр-дүртәр бала килә. Был ҡыҙҙар-егеттәр  менән шәхсән шөғөлләнә алыу мөмкинлеге.
Елена Бондаренко, проект етәксеһе: «Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған уҡыусылар күп ваҡыттарын интернатта уҡып үткәрә, аҙаҡтан уҡыу йорттарына инә. Был осраҡта уларҙы бер кем дә ашарға бешереп көтөп тормай, шуға ла уҡыусыларҙа мәктәп эскәмйәһенән үҙаллылыҡ тәрбиәләргә тырышабыҙ».
Февралдә башланған «Ашнаҡсылар» проектында мәктәп-интернатта тәрбиәләнгән 14 уҡыусы шөғөлләнә. Киләһе оҫталыҡ дәрестәрендә улар ашарға бешереүҙән тыш, өҫтәлде дөрөҫ сервировкаларға ла өйрәнәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика