Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернатында йәйге спартакиадала ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте

Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернатында йәйге спартакиадала ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте 14.10.2014

Быйылғы ярыштарҙа Башҡортостандан күреү һәләте насар 29 спортсы ҡатнашты.

Спартакиадала юниор һәм өлкәндәр йыйылма командаһына инмәгән спортсылар ҡатнашты. Былтыр йәш спортсылар Рәсәй кимәлендә үткән бәйгенән 17 миҙал менән ҡайтһа, быйыл наградалар һаны тағы ла күберәк. Улар - 27. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан командаһы 1-се урында. Шашка, шахмат, йөҙөү спорты, еңел атлетика, дзюдо буйынса ойошторолған ярышта йәш спортсылар оло тәжрибә туплауын билдәләй.

Спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге сикләнгән балаларға социаль мөхиткә яраҡлашырға, үҙ-үҙенә ышанырға өйрәтә, тип билдәләй педагогтар. Әлбиттә, һаулыҡҡа ла ыңғай йоғонто яһай. Кескәйҙәр өлкәнерәктәрҙән өлгө ала. Ғөмүмән, мәктәп уҡыусыларының яртыһынан ашыуы спортҡа ынтыла.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика