Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары республика Паралимпия лагеренының беренсе сменаһына юлланды

Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары республика Паралимпия лагеренының беренсе сменаһына юлланды 10.06.2016

Күреү һәләте сикләнгән 11 бала төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеп уңыштарға өлгәшә. Йәйге ялдың маҡсаты ла - алдағы уйындарға көс туплау.

Геннадий Дементьев, «Луч» спорт реабилитация үҙәге етәксеһе:  «Ярҙамға мохтаж балаларға мәрхәмәтлек күрһәтеү барыбыҙҙың да бурысы. Был ябай ғына ярҙам түгел. Сөнки малай-ҡыҙҙар иғтибар тойоп, үҙҙәрен илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тойоп үҫергә тейеш».
Ял итеүсе балаларға һаулыҡтарын нығытып, саф һауала күнекмәләр эшләү менән бер рәттән, төрлө ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәт ойоштороу ҙа ҡаралған. Бынан тыш, улар яҡындағы биләмәлә урынлашҡан умартасылыҡта үҙ һәләттәрен һынап ҡараясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика