Өфөнөң 22-се балалар баҡсаһы ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан 16.05.2017

1953 йылда төҙөлгән бинаға ике йыл элек  тышҡы яҡтан капиталь ремонт эшләнә. Быйыл мәктәпкәсә учреждениеның күптән төҙөкләндереү эштәре талап иткән верандаһына ла сират етте. Эш хәйриә акцияһы сиктәрендә бушҡа башҡарыла.  

Татьяна Курсакова, Өфөнөң 22-се балалар баҡсаһы мөдире: «Баҡсаға 200-ҙән ашыу бала йөрөй. Ихаталағы  8 веранданың береһе ныҡ иҫкергәйне. Ниһайәт, Бөтә Рәсәй акцияһына эләктек. Иң мөһиме, ремонт бушҡа, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм сифатлы итеп башҡарыла. Ошондай меценаттар күберәк булһын ине».
¤200 мең һум самаһына төшкән төҙөкләндереү сараһы Бөтә Рәсәй  изгелек марафоны сиктәрендә бушҡа эшләнә. Акцияны икенсе йыл рәттән түбә ябыусыларҙың Милли союзы ойоштора. Быйыл ул Рәсәйҙең бер нисә эре ҡалаһында үтә.
Игорь Красноперов, төҙөлөш компанияһының техник директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе: «20 майҙа Рәсәйҙә ҡыйыҡ ябыусылар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан икенсе йыл рәттән берлек изгелек марафоны ойоштора. Маҡсаты - төрлө балалар учреждениеларына ярҙам итеү, эшсе һөнәрҙе популярлаштырыу».
Марафон, социаль объекттарҙағы төҙөлөш сифатына йәмғиәт иғтибарын йүнәлтеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Был юлы ла, төҙөлөштә яңы алымдар, юғары сифатлы материалдар ҡулланылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика