Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһында ятыусы сирленең шәхесен асыҡлау талап ителә

Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһында ятыусы сирленең шәхесен асыҡлау талап ителә 27.09.2016

Ауырыуға  40-45 йәштәр самаһы. Уны 12 сентябрҙә иртәнге алтыла Черниковка биҫтәһендәге Колхоз баҙары эргәһендә ятҡан еренән  килтергәндәр. Үҙе менән документтары булмаған. Киҫкен сир һөҙөмтәһендә уның аңы һәм хәтере юғалған,  уң ҡулы һәм аяғы хәрәкәтһеҙ, һөйләшә лә, йөрөй  ҙә алмай.

Тәнендә йәрәхәт эҙҙәре юҡ, алкоголь ҡулланмаған. Уң яҡ күкрәгендә арыҫлан,  һул ҡулбашында аждаһа һүрәте һәм аяғында тәре татуировкаһы бар. Ир ярҙамға мохтаж, әлегә уны дауахана хеҙмәткәрҙәре ҡарай. Шәхесен асыҡлау   һәм артабанғы яҙмышын хәл итеү өсөн  ҡаты сирлене таныусыларҙың 284-71-94 телефоны буйынса эш көндәрендә иртәнге һигеҙҙән киске бишкә тиклем шылтыратыуы һорала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика