Өфө моторҙар эшләү берекмәһе баҡсаларында йәшәүселәр һыуыҡ йорттарҙа көн итергә мәжбүр 02.03.2017

Хәҙер инде аҙнанан ашыу берҙән -бер йылылыҡ сығанағы булған  электр уты юҡ. Баҡсасылар ширҡәте күптән инде ҡала сите йорттарына әйләнгән. Бында йыл әйләнәһенә йәшәүселәр күп. Шуға ҡарамаҫтан, заман уңайлыҡтары  өҙөклөктәр менән бирелә. Йәй көнө бер-ике көнгә һүндерелгән мәлдәрҙе кисерергә мөмкин, ә бына ҡышын  йорттарҙа эт бәйләһәң дә тормаҫ, ти хужалар.

Тотош баҡсасылар ширҡәтендә берҙән-бер мейесле йорт. Шулай ҙа хужалар, бәләкәй балалар булғанлыҡтан, «боҙло дәүер» үтеүен ҡала көтөүҙе хуп күргән. Ә йортҡа күршеләрен индереп торғандар. Надежда исемле ҡыҙ әйтеүенсә, үҙҙәренең йортонда түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ. Уларҙың өйө электр уты менән йылытылған була. Ә бында исмаһам, мейес бар, ти ул.
Егерме беренсе быуатта электр утһыҙ йәшәү кеше аяғы баҫмаған утрауға эләгеүгә тиң. Йорттағы һыуытҡыс, телевизор, телефондар һәм башҡа көнкүреш техникаһы билдәһеҙ осорға ялға оҙатылған. Бер автомобиль аккумуляторына ғына көс төшә.
Йәштәр электрһыҙ нисектер көн итә алһа, бәләкәй балалары булған ғаиләләр йорттарын ҡалдырып туғандарында йәшәргә мәжбүр. Бындай шарттарҙа йәшәп сабыйҙарҙың сәләмәтлеге тамам ҡаҡшаны, ти йәш әсәләр.
Урында йәшәүселәр ток биреүҙәрен һорап ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгән. Ләкин баҡасылар, тип ҡарап береһе лә тиҙ генә ярҙам итергә ашыҡмай.
Бар бәлә трансформаторҙа, ти урындағы электрик. Электр ҡоролмаһы ҙур көсөргәнешлеккә иҫәпләнмәгән. Йәй көнө ул нисектер түҙһә, ҡышҡы һынауҙарҙы үтә алмай.
Александр, электрик: «Баҡсаларҙа электр селтәрҙәре ҡышҡы ваҡытҡа иҫәпләнмәй һуҙылған. Утты күберәк тотона башлаһалар  трансформаторҙың көсө етмәй башлай. Конденсат ултыра, майы ағырға тотона. Әле мин уны төҙәтеп ҡуйҙым да ул, ләкин электр тогы  юғарынан тоташтырылмаған. Улар өсөн инде мин яуап бирә алмайым».
Шулай ҙа электриктар бәләнең башын трансформаторҙан эҙләүҙән ары китә алманы. Күрәһең, мәсьәлә лә юғарыла түгел, ә тап урында хәл ителерҙәй булған. Электр уты бөгөн булмаһа, иртәгә тоташтырыласаҡ, тип ышандырҙылар.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика