Өфө лимонарийында экзотик емештәр өлгөрә 05.01.2016

Яңы йыл каникулында тропик үҫемлектәрҙе күрергә  Башҡортостандан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә киләләр.

Лимонарийҙа папайя өлгөргән.  Бынан бер нисә йыл элек Ғәрәп Әмирлектәренән  алып ҡайтҡан орлоҡтан үҫкән ағас ярайһы ғына уңыш бирә. Емеш ҡабаҡҡа оҡшап тора.
Лимонарийҙа экзотик  емештәр  йыл әйләнәһенә үҫә. Лимон ғәҙәттә ноябрь, декабрь айҙарында бешә. Гранат, кофе, әфлисун- бөтәһе лә беҙҙең  тупраҡҡа яраҡлаштырылған.
Бананды йыйып алғас,  олондо төбөнән ҡырҡалар. Ә ағастың тамырҙарынан  артабан яңы үҫентеләр барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә өс-дүрт йылда емеш бирә башлай. Лимонарий хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, банандың  башҡа төрҙәре ошо сорттан  барлыҡҡа килгән. Яҡшылап тәрбиәләгәс  йылы яҡ үҫемлектәре бейек булып үҫә,  теплицаны ҙурайтыу ихтыяжы бар.
Лимонарийҙа  21 градус йылы. Республика Хөкүмәте ярҙамы менән яңы ҡаҙанлыҡтар урынлаштырылған. Тышта һыуытһа ла  борсолаһы түгел, ти хеҙмәткәрҙәр. Баҡсаны күрергә республиканан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә киләләр.
Лимонарийҙа үҫкән емештәр,  ғәҙәттә, урында уҡ һатыла. Боҙолмаһын  өсөн  эшкәртелмәгәс,, улар магазин кәштәләрендә оҙаҡ һаҡлана алмай. Сит ил емештәренә күрше төбәктәрҙәге ресторандар ҙа заказ бирә. Өфөләге һәр ваҡыт йәй хакимлыҡ иткән    1 гектар ерҙән йылына 20 тонна тирәһе уңыш йыйыла. Импортҡа алмаш йәһәтенән был диңгеҙҙәге бер тамсылай ғына булһа ла,   үҙебеҙҙең тупраҡта үҫкән емеш-еләк тәмлерәк тә, файҙалыраҡ та.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика