Өфөлә журналистар медиафорумы үтте

Өфөлә журналистар медиафорумы үтте 11.02.2015

Кәңәшмәлә киң мәғлүмәт сараларының предприятиелар, власть органдары менән һөҙөмтәле эш итеү алымдары тикшерелде. Дәүләт һәм муниципаль органдарының матбуғат хеҙмәте вәкилдәре, сәнәғәт һәм коммерция предприятиеларының реклама бүлеге белгестәре, журналистар һәм мөхәррирҙәр ҡатнашҡан форумдың модераторы билдәле Рәсәй журналисы Игорь Виттель.

Форум сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр ҙә эшләне. Уларҙың береһе киң мәғлүмәт сараларының ойошма һәм ведомство матбуғат саралары менән хеҙмәттәшлегенә арналһа, икенсеһе аңлатмалар, комментарийҙар алыу мәсьәләһенә бәйле булды. Шулай уҡ ҡатнашыусылар реклама материалдарын әҙерләү нескәлектәре менән танышты. Ойоштороусолар билдәләүенсә, форум журналистарға ла, ойошмалар өсөн дә әһәмиәтле. Сөнки тап  үҙ-ара һөҙөмтәле эшләү генә төбәктә яҡшы медиамөхит булдырыуға булышлыҡ итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика