Өфөлә йорт ихаталарын төҙөкләндереү дауам итә

Өфөлә йорт ихаталарын төҙөкләндереү дауам итә 19.08.2014

Сентябрь башына тиклем барлығы 80-дән ашыу торлаҡ алдын тәртипкә килтереү күҙаллана. Ремонт эштәре менән бер рәттән, ҡалала спорт менән шөғөлләнеү өсөн урындар ҙа артасаҡ. Атап әйткәндә, әле Киров районында хоккей майҙансығы төҙөлә. Заманса материалдарҙан ҡороласаҡ  бындай һырғалаҡтар киләсәктә Өфөнөң күп кенә йорт ихаталарын биҙәйәсәк.

Зәки Вәлиди урамындағы ихатала 15 йыл самаһы элек спорт майҙансығы төҙөлә. Әммә ваҡыт үтеү менән балаларҙың яратҡан урыны заман талаптарына яуап бирмәй. Шуға ла быйыл Киров районы хакимиәте һырғалаҡты төҙөкләндерергә ҡарар иткән. Шәхси инвестор ярҙамында биләмәгә асфальт һалынған, әлеге ваҡытта  һүтелгән иҫке таҡталар урынына яңы материалдар ҡуйыла башлаған.

Өфө ҡалаһында әле 70-кә яҡын хоккей майҙансығы иҫәпләнә. Бағыусылар ярҙамы менән киләһе ике-өс йылда уларҙың барыһына ла  пластик борттар ҡуйыу ҡарала. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Өфөлә  йорт ихаталарын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Сентябрь башына тиклем барлығы 80-дән ашыу өй алдын тәртипкә килтереү күҙаллана.

Ремонт башҡарыласаҡ йортта  әле әҙерлек эштәре алып барыла. Октябрь аҙағына тиклем өй эстән дә, тыштан да танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк, ти төҙөүселәр.

Йорт ихаталарын төҙөкләндереү  киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк. Сөнки бөгөн күп кенә  өй алды биләмәләренең торошо маҡтанырлыҡ түгел, ти белгестәр.  Шулай ҙа республикала ғәмәлгә ашырылған программа ярҙамында йылдар дауамында йыйылып килгән проблемаларҙы хәл итергә мөмкин буласаҡ.

Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку