Өфөлә яугир-интернационалистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Өфөлә яугир-интернационалистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте 07.11.2014

Уларға совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 25 йыл тулыу айҡанлы  юбилей миҙалдары тапшырылды.

Йыл дауамында юбилей миҙалы хәрби бәрелештә ҡатнашыусы барлыҡ яугирҙарға, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә һәм ветеран ойошмалары активистарына бирелә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әле Башҡортостанда 9 меңдән ашыу яугир-интернационалист йәшәй. Ваҡытында Башҡортостандан Афғанстанға 10 меңдән ашыу кеше ебәрелгән.
 Сергей Сафонов, республика хәрби комиссариатының Өфө ҡалаһы Октябрь һәм Совет райондары буйынса бүлек етәксеһе: «Был сара тәү сиратта йәш быуынды тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Беҙ киләсәк өсөн лайыҡлы йәштәр, ысын мәғәнәһендә тоғро Ватан һаҡсыларын тәрбиәләргә, йәмғиәтебеҙҙең именлеген ҡайғыртырға тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку