Өфөлә ярҙамға мохтаж Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларҙың тол ҡатындары фатирҙарына бушлай ремонт

Өфөлә ярҙамға мохтаж Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларҙың тол ҡатындары фатирҙарына бушлай ремонт 11.11.2014

Бындай ярҙам Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан бүләк рәүешендә ҡаралған. Төҙөкләндереү өсөн аҡса ҡала хакимиәте тарафынан бүленә. Яңғыҙы йәшәүсе 84 йәшлек Валентина Тимофееваның фатирына бөгөн торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре обой йәбештерҙе.

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатынына торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре обой йәбештерә.  Тормош иптәше менән берҙән-бер улын юғалтҡан ханымдың торлаҡты үҙаллы йүнәтергә ҡулынан килмәй. Әхирәте Валентина Андреевнаға ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Оҙаҡ көтөргә тура килмәй. Бер нисә айҙан ветерандың ишеген төҙөүселәр шаҡый.
Валентина Тимофеева, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны: «Ғариза яҙып, бер нисә ай көттөм. Ике кеше килде, башҡарыласаҡ эштәр тураһында һөйләштек. Иң мөһиме йыуыныу бүлмәһендә ваннаны алыштырыуҙарын һораным. Һорауымды кире ҡаҡманылар».
Ремонт бөгөн башланған, эш күп. Торлаҡ-коммуналь хухалығы хеҙмәткәрҙәре алдында түшәмде аҡлау, тәҙрә, батареяларҙы буяу, йыуыныу бүлмәһендәге торбаларҙы алыштырыу бурысы тора.  Шулай ҙа төҙөүселәр ремонтты бер аҙнала тамамларға ниәтләй.
Филүзә Йыһанурова, Өфөнөң Октябрь районы буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы инженеры: «Комиссия ҡарары буйынса Октябрь районында 10 ветеранға ремонт эшләнә. Һәр фатирға төҙөкләндереү эштәре өсөн 50 мең һум күләмендә матди ярҙам бүленә. Әле 9 бригада эште башланы, Еңеү көнөнә тиклем ремонтты тамамлайбыҙ».
Баш ҡала хакимиәте ремонтҡа мохтаж ветерандар һәм уларҙың тол ҡатындары исемлеген бер нисә ай элек төҙөй башлаған. Ғариза яҙырға әле лә һуң түгел. Һәр фатирға икешәр кеше беркетелә. Эшкә бер нисә төҙөүселәр бригадаһы йәлеп ителгән. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан бындай бүләк  ветерандарҙың күңеленә хуш килгән.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку