Өфөлә янғын һүндереү буйынса уҡытыу бүлеге асылды

Өфөлә  янғын һүндереү буйынса уҡытыу  бүлеге асылды  02.06.2015

Өфө дәүләт нефть техник  университеты нигеҙендә ойошторолған үҙәктә «янғын хәүефһеҙлеге» буйынса  белгестәр тиҫтә йылдан ашыу әҙерләп сығарыла.  Әле унда ике йөҙҙән ашыу студент белем ала. Хәҙер уларға белгәндәрен  ғәмәлдә һынап ҡарау мөмкинлеге бар. Янғын һүндереү бүлегенең ҡарауыл ҡоролмаһы,  уҡытыу класы, диспетчер бүлмәһе, ике машинаһы бар. Бригадала ун кеше эшләйәсәк. Бынан тыш, студенттар командаһы ла ойошторола. Бүлектең төп бурысы - студент ҡаласығын ҡарауыллау. Ул һигеҙ гектарҙан ашыу майҙанды биләй.  

Рауил  Кәримов, Өфө ҡалаһының  янғын хәүефһеҙлеге  идаралығы етәксеһе: «Уҡытыу процесында янғын һүндереү бүлеге етмәй ине. Студенттарға  төплө белем алыу мөмкинлеге булманы. Хәҙер  был бүлексә  барлыҡҡа килеү менән улар  теорияны практика менән нығытасаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку