Өфөлә йәйге ял 11 зонаға бүленгән 30.05.2016

Ағиҙел, Дим, Өфө йылғалары, Ҡашҡаҙан күлдәре эргәһендә ойошторолған һыу инеү урындары санитар талаптарға яуап бирһен һәм хәүефһеҙ булһын өсөн ниндәй эштәр башҡарыла? Өфө тирәһендә ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндереүсе ойошмалар һыу инеү миҙгеленә әҙерме?  

Ҡотҡарыу хеҙмәте, яр буйҙарын төҙөкләндереүселәр өсөн ҡыҙыу эш мәле 17 майҙа уҡ башланған. «Ҡояшлы» һәм «Ағиҙел» пляждарын һыу баҫыу сәбәпле, был зоналарҙа таҙартыу һәм ерҙе төҙөкләндереү эштәре генә башҡарыла. Пляж ҡорамалдары килтерелгән һәм улар ошо көндәрҙә ҡуйыласаҡ.
«Ҡашҡаҙан», «Матур», «Карьерлы», «Гольфстрим» ял итеү зоналарында һыуға анализдар алынған. Водолаздар йылға  тирәһен  һәм һыу төбөн ағастарҙан, быяла, тимер һыныҡтарынан таҙарта. Максим Вәлишин ҡотҡарыусы булып 19 йыл эшләй. Уның һыу аҫтынан сығарған иң ҙур табышы мотоцикл була.
Максим Вәлишин, ҡотҡарыусы: «Халыҡты ял итеү урындарын сүпләмәҫкә саҡырам. Йылға-күл буйҙарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә иҫтән сығармаһындар ине. Ял итеүселәр хәленән  килмәһә лә оҙон дистанцияларға йөҙөргә тотона, һөҙөмтәлә аяҡ ҡулдары тартыша, уларҙы ҡотҡарырға тура килә.  Өлкәндәр бигерәк тә балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаһын ине. Тиҙҙән бында бәләкәстәр өсөн махсус һыу инеү урыны  кәртәләп алынасаҡ».
Ағиҙел ярында сағыу май ҡояшы нурҙарында ҡыҙынып ҡалырға теләүселәр һаны тиҫтәнән ашыу. Һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1  июндән асылһа  ла, халыҡ һыу инеп ҡыҙына  башлаған да инде. «Ҡара диңгеҙ ярҙарынан үҙебеҙҙең ер-һыу күпкә яҡшыраҡ» тигән фекер яҡлылар ҙа бар.
Эҙләү һәм ҡотҡарыу хеҙмәте лә яҡшы физик әҙерлекле 45 белгес  менән тулыландырылған. Улар ике сменала эшләйәсәк. Махсус әҙерлекле ҡотҡарыусылар башлыса юғары уҡыу йорто студенттары. Улар иғтибарынан  бер генә кеше лә ситтә ҡалмаясаҡ.
Май башынан һыуға батып  8 кешенең ғүмере өҙөлә. Уларҙың өсәүһе балалар. Өфө тирәһендәге йылға-күл буйҙарында хәүефтән иҫкәртеүсе 54  билдә ҡуйылған. Граждандарҙы яҡлау бүлеге 6 меңдән ашыу балаға хәүефһеҙлек дәрестәрен уҡытҡан. Әммә  йәмәғәтселек именлеге үҙәге һыу буйҙарында  килеп тыуған бәхетһеҙлектең төп сәбәбен - спиртлы эсемлектәр ҡулланыу менән бәйләй. Әйткәндәй, рөхсәт ителмәгән урындарҙа спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә биш мең һум күләмендә штраф һалыу  ҡаралған. Йылға-күл буйында ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеге күпселек осраҡта уларҙың үҙҙәренең уяулығынан һәм  һыу буйында ял итеү ҡағиҙәләрен теүәл үтәүенән тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика