Өфөлә йәшәүселәр Бөтә Рәсәй экологик акцияһында ҡатнашты

Өфөлә йәшәүселәр Бөтә Рәсәй  экологик акцияһында ҡатнашты 22.09.2014

Баш ҡала урамдарын таҙартырға тиҫтәләгән ирекмән ҡушылды.

Плакаттар, күңелле тауыштар һәм яҡшы кәйеф. Өмә шулай үҙенсәлекле башланып китте. Сүп-сар йыйыу, урам һепереү күңелгә ятышлы эш түгел, тиер күптәр. Ә бына ирекмәндәр был шөғөлдән дә кинәнес таба белә. Тәртип урынлаштырырға ойошма хеҙмәткәрҙәре һәм ҡалала йәшәүселәр сыҡты.

Сергей Никитин, өмәлә ҡатнашыусы: «Һауа торошо яҡшы, алтын көҙ. Бындай саҡта өйҙә ятып түҙеп булмай. Сығып, кешеләр өсөн бер яҡшы эш башҡарғы килеп тора. Урамдарҙа таҙалыҡ урынлашһа, күңел дә пакланып ҡалғандай тойола».

Парк урамы эргәһендәге был урманды өмәселәр гел йыйыштыра. Ирекмәндәр йыйылған сүпте төрлө тоҡтарға һала. Экологик акция Өфөнөң бер нисә майҙанында үтте. Программала Рәсәйҙең 80 төбәге ҡатнаша.

Эльмира Сарманаева, өмәне ойоштороусы: «Иң мөһиме, бөтәбеҙ ҙә был эштән ҡәнәғәт. Ҡаланы үҙебеҙ сығып таҙартмаһаҡ, башҡа яҡтан килеп йыйыштырмаҫтар бит инде. Махсус хеҙмәттәрҙең генә көсө етмәй».

Бер нисә йыл элек экологик өмәлә ҡатнашыусылар 10 кешенән артмаһа, хәҙер улар күберәк. Теләһә ҡайҙа шешә, пластик баллон һәм башҡа сүп-сар ташлаусылар ҙа арта бара буғай. «Сүп түкһәң, штраф - 1500 евро. Аңлауығыҙ өсөн рәхмәт!». Ошондай саҡырыуҙы Франция урмандарында йыш осратырға була. Беҙҙә лә штрафтар бар, тик улар күберәк төҙөлөштән сығарылған сүп түгеүгә ҡағыла. Юлда кәнфит ҡағыҙы, йә шешә ырғытып китеүсене административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралмаған. Приморье, Красноярк крайында иһә бындай эш боҙоусыға 2 меңдән 5 мең һумға тиклем штраф янай.

Рәмилә Исмәғилева


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку