Өфөлә йәшәүсе Рәшит Иждиһатов өсөн  Ватанды һаҡлаусылар көнө икеләтә байрам 23.02.2016

Афғанстанда интернациональ бурысын үтәүсе яугир 23 февралдә тыуған көнөн дә билдәләй.  

Утыҙ йыл буйы һаҡлаған хәрби ҡомартҡыһы -зәңгәр беретын ул  йылына ике тапҡыр кейә. Десантсылар һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөндә. Рәмзиә менән Рәфит Иждиһатовтар ғаиләһендә дүрт ул үҫә. Улар барыһы ла бала саҡтан спортҡа ылыға. Саңғысы, мәргән атыусы, шахматсы, көслө ихтыярлы өлкән бала Рәшиттән ҡустылары ла өлгө ала.
Дүрт бер туғандың осрашыуы  спорт күнекмәләренән тыш үтмәй. Ир уртаһына еткән Иждиһатовтар гер күтәреүҙә береһенән -береһен уҙып ярыша. Кабул ҡалаһы биләмәләрен ҡурғаш
утынан һаҡлаған Рәшиткә һәм уның яуҙаштарына ла утлы мәшхәрҙән иҫән -имен ҡайтырға яҡшы физик көс һәм рухи әҙерлек ярҙам итә.
Уның хәрби хеҙмәтен тултырып тыныс илебеҙгә ҡайтыуына ла өс тиҫтә йыл ваҡыт үтеп киткән. Йәшлеген һуғыш яралаған хәрби дуҫтары араһында ғәҙәти тормошҡа күнегә алмай,  үҙ тәғәйенләнешен  таба алмаусы хеҙмәттәштәре лә булған бит. Әммә Рәшит Рәфит улының бала , үҫмер ваҡытынан яҡшы тәрбиә алыуы, сәләмәт йәшәү рәүеше юғалып ҡалмаҫҡа, үҙенең эҙенә баҫып килеүсе ҡустыларына һәм яҡындарына өлгөлө-ир уҙаман булырға ярҙам иткән.
Ярты быуат буйы кешеләргә  нур сәсеп, ышаныс биреп йәшәгән яугирга арнап, яҡындары Рәсәй киноһы йылы айҡанлы
махсус фильм төшөргән. Ҡатыны  Гөлнара Мансаф ҡыҙы күҙлегенән Иждиғәтовтар ғаиләһенең бер генә мөһим ваҡиғаһы ла ситтә ҡалмаған.
Ватанды һаҡлаусылар көнөн һәм ярты быуатлыҡ ғүмер байрамын
яугир -интернационалист Рәшит Иждиһатов яҡын туғандары, дуҫтары менән бергә тантаналы шарттарҙа ҡаршылай. Йәшләй генә дары еҫен татып, һуғыш юлын үткән Рәшит Рәфит улы йәш егеттәребеҙҙең илһөйәр Ватан һаҡсылары булып үҫеүен теләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика