Өфөлә йәшәүсе өлкән йәштәге ханым бер юлы ике юғары уҡыу йортона инеү өсөн һынау тотҡан

Өфөлә йәшәүсе өлкән йәштәге ханым бер юлы ике юғары уҡыу йортона инеү өсөн һынау тотҡан 27.07.2017

Махсус урта белемле Вера Цибульская замана йәштәре кеүек берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырмаған. Юғары уҡыу йортона инеү өсөн эске имтихандар тапшырған.

73 йәшлек Вера Цибульская махсус урта белемгә эйә. Тиҫтә йылдар буйына ул үҙ һөнәре буйынса намыҫлы хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан. Шәхси секторҙа йәшәүсе ханым ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен көйләп йөрөгәндә, архивҡа мөрәжәғәт итә. Көн аша унда йөрөгәс, архив хеҙмәткәрҙәре:" Һеҙ юғары уҡыу йорто студентымы ?" тип ғәжәпләнә. Был һорауҙы Вера Цибульская үҙенә ҡарата комплимент һымаҡ ҡабул итә. Һәм күп тә үтмәй юғары уҡыу йортона имтихандар тапшырырға ҡарар итә. Беренсе ынтылышы уңышлы булмай, ул имтихандарға һуңлаған була. Ә икенсе тапҡыр бер юлы ике юғары уҡыу йортоноң ике факульетына имтихандар тапшыра.

Вера Цибульскаяның белемгә ынтылышын яҡындары ыңғай, ә таныштары ғәжәпләнеп ҡабул итә. Әммә белемгә ынтылышы барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңә һәм ул тәүәккәлләргә була.Ике юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһында уны йылы ҡаршылайҙар. Педагогия университетының тарих һәм филология, БДУ-ның тарих  факультеттарына имтихандар тапшыра. Иң ауыр һынау инша яҙыу . Тәҡдим ителгән дүрт теманан Александр Блок ижадын һайлай. Нисек кенә  имтихандар ауыр булмаһын, совет мәктәбендә алған төплө  белем  һынауҙарҙы уңышлы еңеп сығырға ярҙам итә. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университетында өлкән йәштәге кешеләрҙе студент сафтарына алыу яңылыҡ түгел.

Замандашыбыҙ берҙәм дәүләт имтихандары тапшырмаған. Шуға күрә лә бюджет төркөмөнә эләкмәйәсәк. Ике юғары уҡыу йортонда ла уға коммерция нигеҙендә уҡырға тәҡдим ителгән. Әйткәндәй, Вера Цибульская һигеҙ йыл элек,уңышлы имтихандар тапшырып, водитель танытмаһы ла алған. Элекке бейеүсе студент йылдарын вальс әйләнгән кеүек еңеллек менән үтергә ниәтләнә.

Билдәле сәсән һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла"Белемлелек арыҫландан көслө батыр, уға атланмай һинең төшөң һис өн булмаҫ" тигән. Етмеште артылған абитуриент Вера Цибульская Башҡортостандың бер юлы ике юғары уҡыу йортона имтихан тотҡан. Оло тормошта һөнәр һайлау алдында тоған йәштәргә иң өлкән студент өлгөһөнә эйәреп,белемгә ынтылырға ғына ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика