Өфөлә йәшәүсе Лидия Тоцкая бөгөн бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне 31.03.2015

Һуғыш һәм тыл ветераны өс тиҫтә йылдан ашыу Бәләбәйҙә телефон элемтәһе инженеры булып эшләгән.  

Тормош һынауҙарын үтеп, 100 йәшкәсә йәшәү күптәр өсөн үрләмәҫ бәхет. Ә инде тантаналы көндө яҡындарыңдың да иҫән-һау булыуы был шатлыҡты икеләтә арттыра.  Лидия Тоцкаяны 100 йәше менән ҡотларға ла  Мәскәүҙән берҙән-бер улы ҡайтып еткән.
Валерий Тоцкий, Лидия Тоцкаяның улы: «Баласаҡ хәтирәләренән  бигерәк тә һуғыш йылдары, аслыҡ-яланғаслыҡ онотолмай. Шулай ҙа әсәйемдең түҙемлеге, тырышлығы йәшәргә көс бирҙе».  
Лидия Михайловна 1915 йылдың 31 мартында Мәскәү өлкәһендә тыуған. Ете класты тамамлағас ул  Мәскәү политехникумына уҡырға инә. Йүнәлтмә буйынса, элемтә инженеры булып Бәләбәй ҡалаһына эшкә ебәрелә, ошонда ғаилә ҡора. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тормош иптәше фронтҡа алына, йәш ҡатын  улы менән яңғыҙы тороп ҡала. Һуғыш йылдарында Лидия ханым үҙенең эшен намыҫ менән башҡара, уның кеүек бик күп ҡаһарман ҡатын-ҡыҙҙар Еңеү яҙын яҡынайта.
Лидия Тоцкая, һуғыш һәм тыл ветераны: «Еңеү тураһында радиоалғыс аша таңғы алтыла хәбәр иттеләр. Шатлығымдан ҡысҡырып ебәрҙем. Улымды «Валерий, Еңеү, Еңеү! тиҙҙән атайың ҡайта» тип уяттым. Кейенеп урамға сыҡтыҡ. Халыҡ ҡыуана, шатлана, илай ҙа ине»...
Лидия Михайловнаның әле лә тынғы белмәй. Өйөн һәр ваҡыт йыйнаҡ, бөхтә тота, асыҡ йөҙ менән ҡунаҡ ҡаршыларға ярата. Ҡайһы бер көндәрен китап уҡыу, сканвордтар сисеүгә бағышлай. Әммә бер быуатлыҡ ғүмер кисергән ҡатын һис ҡасан дәһшәтле һуғыш йылдарын иҫенән сығармай.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика